Төҙөүселәр ярышты19.01.2016
Күптән түгел республиканың 2013 – 2014 йылдарҙа төҙөлгән торлаҡ комплекстары, айырым йорттар һәм гражданлыҡ биналары конкурсында еңеүселәр асыҡланды.

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыш ҡоролмаларҙың дүрт төркөмө буйынса уҙғарылған. Уларҙың тәүгеһендә алты ҡатлы һәм унан бейегерәк торлаҡ комплекстары, айырым йорттар, икенсеһендә — бейеклеге алты ҡатҡа тиклем булған йорттар, өсөнсөһөндә — мәҙәниәт һәм спорт биналары, дүртенсеһендә реконструкцияланған объекттар баһаланған.
Күп ҡатлылар араһында Өфөнөң Зәки Вәлиди урамындағы йорт иң яҡшыһы тип танылды. Икенсе төркөмдә — Стәрлетамаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ һәм Баҡса урамдары киҫелешендәге күп фатирлы йорт, өсөнсөлә баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы 109-сы мәктәп менән Интернациональ, Комаров, Тыныслыҡ урамдары янындағы кварталда урынлашҡан балалар баҡсаһы еңеп сыҡты, дүртенсе төркөмдә Стәрлетамаҡтағы реконструкцияланған спорт комплексына тиңләшерлектәр табылманы.
Әйткәндәй, архитектура, проектлау һәм төҙөү сифатын яҡшыртыуға, алдынғы технологияларҙы ғәмәлгә индереүгә йүнәлтелгән смотр-конкурс йыл һайын үткәрелә.


Вернуться назад