Студенттарға һәм уҡыусыларға — ярты хаҡ19.01.2016
“Башҡортостандың ҡала яны пассажирҙар компанияһы” поездарында студенттар һәм уҡыусылар ярты хаҡҡа йөрөй ала.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бының өсөн документтар тултырғанда студент, уҡыусы билеттарын йәки мәктәптән белешмә ҡағыҙын тапшырыу шарт. Быйылғы 15 июнгә тиклем, мәҫәлән, уҡыусылар өсөн “Толпар” ҡала электричкаһында Дим станцияһынан Шакшаға тиклем барыу ни бары 9 һумға төшәсәк.


Вернуться назад