Льготалар оҙайтылды19.01.2016
Башҡортостан Хөкүмәте граждандарҙың айырым төркөмдәренә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия биреү ваҡытын 2017 йылға тиклем оҙайтты.

Былтыр 1 ғинуарҙан ошо өлкәләге сығымдарҙың рөхсәт ителгән максималь күрһәткесе күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн — 20-нән 15, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар өсөн 20-нән 18 процентҡа тиклем кәметелгәйне. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, льготаның ғәмәлдә булыу ваҡыты киләһе йылға тиклем оҙайтылды. Субсидия алыусылар иҫәбенә ингән граждандарҙың башҡа категориялары өсөн ул 20 процент кимәлендә ҡала.
Тулыраҡ мәғлүмәт Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең рәсми порталында бирелгән.


Вернуться назад