“Ашығыс ярҙам” ял итмәгән19.01.2016
Яңы йыл байрамы осоронда Өфөлә “Ашығыс ярҙам”ды 13 030 тапҡыр саҡыртҡандар. Тәүлегенә уртаса алғанда, 1239 сирлегә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, был күләм ябай эш көндәре менән сағыштырғанда 8 процентҡа күберәк.
Байрам осоронда табиптар 32 юл фажиғәһендә имгәнгән 43, янғында зыян күргән 23 кешегә ярҙам күрһәткән. Йөрәк сиренә бәйле 104, мейелә ҡан әйләнеше боҙолоуы буйынса 137 осраҡ теркәлгән. Ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы имгәнгән 749 пациентты ҡабул иткән, шуларҙың 151-е — балалар.