Башҡортостанға — 90 миллион һум19.01.2016
Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, Мотлаҡ медицина страховкаһы фондының территориаль бүлексәләренә 3,2 миллиард һум аҡса бүленде.

Был аҡса ауылдағы, ҡасабалағы медицина учреждениеларына 5300 табипты эшкә урынлаштырыу мөмкинлеген бирә. Эш Федерация субъекттарының ғаризалары нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостандың Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды 90 миллион һум аласаҡ.
2016 йылда ауылға эшкә килгән 50 йәшкә тиклемге юғары белемле медицина хеҙмәткәрҙәренә 1 миллион һум күләмендә компенсация түләнә. Дәртләндереү сараһы бюджет-ара трансферттар иҫәбенә финанслана.


Вернуться назад