Сауҙа — ҡаҙнаға файҙа19.01.2016
Былтыр Башҡортостан таможняһы планды арттырып үтәгән. Рәсәй ҡаҙнаһына ул 2015 йылда йәмғеһе 6,1 миллиард һум аҡса индергән.

11 ай йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округының дөйөм тышҡы сауҙа әйләнеше элгәрге йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 36 процентҡа кәмеп, 43,5 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән. Былтыр алыш-бирештәге төп партнерҙарыбыҙ булып алыҫ сит илдәр (Голландия, Латвия, Германия, Ҡытай) һанала ине. Тауар әйләнешендә уларҙың өлөшө 91, шул иҫәптән экспортта — 90,3, импортта 93,7 процент булған.


Вернуться назад