Рөхсәтең ғүмерҙәрҙе ҡотҡара ала19.01.2016
Рөхсәтең ғүмерҙәрҙе ҡотҡара ала Хәҙерге медицина донор органдарына ҙур ҡытлыҡ кисерә. Дауаханаларҙа уларға сират ҙур. Ләкин ағзаларын алыуға кеше алдан уҡ ризалыҡ бирмәй йәки мәрхүмдең туғандары быға ҡаршы икән, ни эшләргә? Республикабыҙ парламентында яңыраҡ ошо мәсьәләгә арналған закон проектын тикшерҙеләр.

Һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм ветерандар эше буйынса комитеттың был проектты өйрәнеүгә арналған ултырышында әйтеүҙәренсә, бер кеше үҙе үлгәс тә дүрт кешенең ғүмерен ҡотҡара ала. Ни өсөн дүрт кенә кешенең? Сәбәбе ябай: йөрәк туҡтағас, органдарҙы айырып алыуға һәм тейешле шарттарҙа һаҡлауға һалырға хирургтарҙың ике генә сәғәт ваҡыты ҡала. Ҡаны йөрөүҙән туҡтаған тән артабан медицина өсөн “яраҡһыҙ”ға әйләнә.
Органдарҙы күсереп ултыртыу эшмәкәрлегенә рөхсәт, уның тәртибе федераль закондарҙа ярайһы уҡ ентекле бирелгән. Ләкин был өлкәлә эшләп еткерәһе нәмәләр ҙә күп әле. Ни өсөн, мәҫәлән, был эшкә дәүләт ҡарамағындағы дауалау учреждениеларына ғына рөхсәт бирелә, ә оҫталығы юғары булған белгестәр шөғөлләнгән шәхси клиникалар ситтә ҡала? Паспортында бәләкәй йөрәк һүрәте тамғаланған кешенең донор булыуы бәхәсһеҙ һәм уның ағзаларын алырға мөмкин, ә башҡалар? Уның туған-тыумасаһы менән кем һөйләшергә, ғөмүмән, халыҡ араһында аңлатыу эштәрен кем алып барырға тейеш?
Үлгән кешене ҡабат терелтеп булмай, ә бына уның ағзалары ҡайһы саҡ йылдар буйы трансплантация көткән байтаҡ кешенең ғүмерен ҡотҡара алыр ине. Бының өсөн табиптарға ошо эште еңелләштерерлек закон кәрәк – Комитет ултырышында сығыш яһаусыларҙың төп фекере шул булды. Әйткәндәй, органдарҙы алыуға ризалыҡ биреүҙең изге маҡсаттарҙа икәнлеген халыҡҡа төшөндөрөү йәһәтенән депутаттар киң мәғлүмәт сараларына ла ҙур өмөт бағлай.




Вернуться назад