Сермәндә уҡыһаң, кеше булырһың!19.01.2016
“Сермәндә уҡыһаң, кеше булырһың, тип әйткәйне заманында Фәүзиә инәйем. Ул мәктәп аръяғында ғына йәшәй ине. Бала саҡта атай-әсәйҙән, дуҫтарыңдан айырылып ситкә китеүе лә ҡыйын булғандыр инде... Ә бит Фәүзиә инәйем хаҡ әйткән! Сермән мәктәбендә уҡымаһам, бөгөнгө ҡаҙаныштарыма ирешә алмаҫ инем мин!” – тип хәтирәләргә бирелде Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов.
Сермән мәктәбенең 130 йыллыҡ күркәм юбилей тантанаһына килгәндәрҙе ҙур тарихлы белем усағы фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡаршы алды. Төрлө йылдарҙа ошо мәктәпте тамамлаған шәхестәр, бөгөнгө уҡытыусылар, унда ҡуйылған фотоларҙы ҡарап, бала саҡтарын, уҡыу йылдарын иҫкә алды.
Мәктәптең тарихы ил йылъяҙмаһы менән тығыҙ үрелеп барҙы. Был ваҡыт арауығында белем усағы коллективын 22 директор етәкләгән. Уларҙың һәр береһе халыҡ хәтерендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырған.
Сермән мәктәбенең йылъяҙмаһы 1885 йылдың 6 июлендә башлана. Тап ошо көндә “Үрге Урал өйәҙенең Сермән ауылында урыҫ-башҡорт башланғыс училищеһын асыу тураһында” бойороҡҡа ҡул ҡуйыла. Училищеның беренсе етәксеһе итеп мәғрифәтсе-педагог, башҡортса-урыҫса, урыҫса-башҡортса һүҙлектең, “Башҡорттар өсөн әлифба” китабының тәүге авторы Василий Катаринский тәғәйенләнә.
Йәмәғәт йортонда урынлашҡан училищела ул ваҡытта 19 ғына уҡыусы иҫәпләнә. 1886–1895 йылдарҙа училищела Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов етәксе вазифаһын биләй. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһындағы республика клиник дауаханаһы әле уның улы Ғүмәр Ҡыуатов исемен йөрөтә.
1895 йылда Сермән училищеһы мөдире итеп Ырымбур уҡытыусылыҡ мәктәбендә курс тамамлаған Лотфулла Кәлимулла улы Әбделғәзизов тәғәйенләнә. Ул Сермәндә 1902 йылға тиклем эшләй. Ошо ваҡыт эсендә Лотфулла Әбделғәзизов ҙур мәҙәни-мәғрифәт эше алып бара, уҡыуҙан тыш ауыл халҡы араһында баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ эшен яйға һала. 1900 йылдың 20 октябрендә тынғыһыҙ педагог “Тырышлыҡ өсөн” тип яҙылған Александр таҫмаһы һәм көмөш миҙал менән бүләкләнә. Аҙаҡ ул Троицк ҡалаһына күсә һәм ундағы әүҙем эшмәкәрлеге, фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Троицк ҡалаһының почетлы гражданы” исеменә лайыҡ була.
Сермән заманына күрә ҙур ғына тораҡ пункт та була. 1911 йылда училищела уҡытыусылар курсы асыла. Унда һуңынан республиканың беренсе халыҡ комиссарҙары булған Шаһиәхмәт Дауытов, Ибраһим Абыҙбаев, Кинйәбай Ишмөхәмәтов белем ала.
Революциянан һуң 1917 йылда училище башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелә. Был ваҡытта Сермән ауылы Тамъян-Ҡатай кантоны үҙәге булып һанала. 1924 йылда V класс асыла, 1926 йылда иһә белем усағы VII класлыҡ милли мәктәпкә әйләнә. 1928 йылда коллективлаштырыу башланғас, уны колхоз йәштәре мәктәбе итеп үҙгәртәләр.
30-сы йылдарҙа бында Минһажевтар ғаиләһе уҡыта башлай. Белем усағы базаһында колхоз йәштәре мәктәбе менән бер рәттән 1-се баҫҡыс мәктәбе лә була. 1929 йылда уға “Өлгөлө мәктәп” тигән исем бирелә. Ә инде 1934 йылда, ике уҡыу йортон берләштереп, тулы булмаған урта мәктәпкә әйләндерәләр. 1935 – 1941 йылдарҙа Сермәндә педучилище эшләй, ул республиканың көнсығыш райондарын педагогтар менән тәьмин итә. Ошо ваҡыт эсендә бында республикаға 350-гә яҡын уҡытыусы әҙерләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙенең урынына ҡатыны Гөлсөм Минһажеваны тәғәйенләп, Һаҙый Минһажев фронтҡа китә.
1947 йылда уҡытыусыларҙың һорауы буйынса урта мәктәп асыла, әммә тәүге сығарылыш, уҡыусылар етмәү сәбәпле, 1953 йылда ғына була.
Һәр уҡыу йортоноң эш һөҙөмтәһе – унда белем алғандарҙың уңыштары. Сермән мәктәбе бик күп билдәле шәхестәр тәрбиәләүе менән дан тота: БАССР-ҙың халыҡ комиссарҙары Ибраһим Абыҙбаев, Шаһиәхмәт Дауытов, Кинйәбай Ишмөхәмәтов, СССР-ҙың халыҡ артистары Арыҫлан Мөбәрәков һәм Заһир Исмәғилев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Ғәли Хәмзин һәм Риф Ғәбитов, шағирҙар Мөхитдин Тажи, Сафуан Әлибаев, яҙыусылар Зөлфәр Хисмәтуллин һәм Тайфур Сәғитов, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, композитор Абдулла Хәлфитдинов, арҙаҡлы ғалимдар Эрнст Мулдашев һәм Мөхәмәт Харрасов... Былары әле иҫкә төшкәндәре генә, ә һанай китһәң, күп томлыҡ китап яҙырлыҡ. Тағы ниндәй мәктәп шундай уңыштары менән ғорурлана ала?!
Бөгөн дә Сермән мәктәбе – Иҙел башы төбәгендә иң көслөләрҙең береһе. Тиҫтәләрсә йыл буйы ундағы мөғәллимдәр ихлас күңелдән үҙ белемен һәм тәжрибәһен балаларға бирә, эшенә намыҫлы ҡарашы һәм тырышлығы менән юғары үрнәк булып тора.
– Мәктәптә балаларҙың һәр яҡлап үҫеүе өсөн уңайлы шарттар булдырылған, заманса технологиялар индерелгән, инновация майҙансыҡтары һөҙөмтәле эшләй, – ти мәктәп директоры Ғаян Аҙнабаев. – Уҡытыу сифатының һөҙөмтәһе – төрлө фән буйынса ҡала, зона олимпиадаларында һәм спорт ярыштарында, республика һәм Рәсәй конкурстарында еңеүҙәр. Мәктәптә әхлаҡи тәрбиә буйынса эш тә тейешенсә алып барыла. Балалар вокал түңәрәгендә, “Йәшлек” өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнә.
Әйткәндәй, уҡыусылар үҙ һәләтен юбилей сараһындағы концерт ваҡытында күрһәтте: йырланы, халыҡ һәм эстрада бейеүҙәрен башҡарҙы, шиғырҙар уҡыны.
Дүрт сәғәткә һуҙылған байрам барышында уҡытыусы-ветерандар, төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары сығыш яһаны. Улар, туған мәктәбен байрам менән ҡотлап, бүләген бирҙе, уңыштар теләне.
– Сермән мәктәбенең уҡытыусылар коллективына юғары һөнәри оҫталыҡ, яратҡан эшкә тоғролоҡ һәм ижади рух хас. Педагогик хеҙмәт ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Улар үҙҙәренең фиҙакәрлеге менән бөгөнгө ҡаҙаныштарға нигеҙ һалды, – тине Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев.
130 йыл... Әҙме ул, юҡмы? Тарихи дәүер өсөн һәм, әлбиттә, 300 йыллыҡ Сермән ауылының йылъяҙмаһы өсөн күп түгел! Ә ғәмәлдә бер нисә ғүмергә тиң! Уҡыу йортоноң тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ яңы биттәр өҫтәлеренә иманым камил.