“Йәйғор”ға сит илдәрҙән дә киләләр19.01.2016
“Йәйғор”ға сит  илдәрҙән дә киләләр“Ауырыу батша булғансы, һау-сәләмәт ярлы-ябаға булыу мең яҡшы”, – тигән берәү. Һаулыҡ ҡаҡшаһа, һыҙланыуҙар йөҙәтә башлаһа, ысынлап та, тормош төҫһөҙләнә, донъяның йәме китә, байлыҡтың да кәрәге бөтә. “Йәйғор” (“Радуга”) шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре ял итеп, һауығып, йәшәүгә дәрт алып ҡайтҡандарға ҡарап, бәхеттең фәҡәт һаулыҡта икәненә көндән-көн нығыраҡ инана. Шуның өсөн улар сирҙе ваҡытында дауаларға, сәләмәтлектең бөтә байлыҡтарҙан да өҫтөн булыуын аңларға саҡыра. Юғиһә беҙ, ғәҙәттә, һыҙланыуға иғтибар итмәҫкә тырышып, һаман ғаилә, эш тип янабыҙ.
Өфөлә йәшәүсе Лиана Рафиҡова ла биле ауыртыуға бер нисә йыл буйы әһәмиәт бирмәгән. Һыҙланыуы көсәйә башлағас ҡына “Йәйғор” шифаханаһына килгән.


Күҙгә күренеп йәшәрә

Лиана – һөнәре буйынса бухгалтер. “Күп ултырып эшләгән кешеләргә мин ки­сергән ауырыу яҡшы таныштыр. Бер нисә йыл элек билем һыҙлай башланы. Үтер тип уйланым, әммә ауыртыу тора-бара аяҡтарға күсте. Һыҙланыуҙан төн йоҡоларым ҡасты. Дауаханала ятып сығыуҙар ҙа ярҙам итмәне, шуға табиптар “Йәйғор” шифаханаһына барырға кәңәш бирҙе”, – ти Лиана ханым.
Шифаханала беренсе көндә үк кешенең организм то­рошон тикше­рәләр, диагноз ҡуялар һәм айырым дауалау курсы төҙөйҙәр. Лианаға Американан алып киленгән ‘ТЖХ-9000” аппаратында дауаланырға кәңәш ителә. Был ҡыйбатлы һәм уникаль ҡоролма, бәлки, илдә бер нисәү генәлер. Уның ярҙамында умыртҡа һөйәгенә бәйле ауырыуҙарҙы дауалайҙар, шул иҫәптән ундағы бүҫерҙе операцияһыҙ юҡҡа сығаралар. Ошоғаса йөҙәрләгән кешене хирург бысағынан ҡотҡарып алып ҡалғандар. Бынан тыш, ул ультратауыш, электрофорез, мануаль терапия, “Аnatomer” аппаратында умыртҡа һөйәген яҙылдырыу, көкөртлө водород ваннаһын ҡабул итеү, ябай һәм һыуы Тоҙло Илек күленекенә оҡшаш булған бассейндарҙа йөҙөү кеүек дауалау саралары үткән.
Ҡатын бер аҙна эсендә барлыҡ һыҙланыуҙарының юҡҡа сығыуын билдәләй. “Сабый кеүек рәхәтләнеп йоҡлайым. Яҡындарым, күҙгә күренеп йәшәрәһең, тиҙәр”, – ти ул.

“Йәйғор”ға сит  илдәрҙән дә киләләрБер сиргә
мең дауа беләләр


“Йәйғор” шифаханаһы 1984 йылда ойошторола һәм тәүге йылдарҙа Өфө ҡалаһының айырым предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен генә ҡабул итә. 1998 йылда дауалау учреждениеһы директоры итеп Альберт Шәмсетдинов тәғәйенләнә. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шифахана эшмәкәрлегенә ыңғай үҙгәрештәр инде­реүгә өлгәшә, уны теләгән һәр кеше дауалана алырлыҡҡа әүерелдерә. Тиҙҙән бында яңы һәм уникаль ҡорамалдар барлыҡҡа килә.
– Умыртҡа һөйәге һәм быуындар һыҙлауынан, геморройҙан һәм енси ауырыуҙарҙан дауалағанда айырыуса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшәбеҙ. Беҙгә атлай алмаған ауырыуҙарҙы ла алып килгәндәре бар. Массаж, мануаль терапия, энә ҡаҙау һәм “Anatomеr” тигән сит ил аппаратында умыртҡа һөйәген яҙылдырыу ярҙамында уларҙы аяҡҡа баҫтырҙыҡ, – ти Альберт Рәшит улы. – Бындағы ҡайһы бер дауалау аппараттарын илдең күп кенә шифаханаларында табып булмай. Мәҫәлән, ҡаҡма-тулҡынлы терапия аппараты быуындар шешеүен, үксә һөйәге ауы­рыуҙарын тиҙ дауалай. Шифаханалағы “Гальванованна” ҡоролмаһы Рәсәйҙә бер нисәү генә. Ул мускулдар ауырыуын бөтөрә, ҡан әйләнешен яйға һала, контузия алған кешеләрҙең хәлен яҡшырта. “Магнитотурботрон” аппараты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ул ебәргән магнитлы тулҡындар организмға төрлө ауырыуҙы дарыуһыҙ еңергә ярҙам итә, кешене башынан алып аяғына тиклем дауалай. Айырыуса юғары ҡан баҫымынан, тын юлы һәм ашҡаҙан-эсәк буйы ауырыуҙарынан тиҙ ҡотҡара, иммунитетты нығыта.
Шифаханала йылдар буйы һыналған дауалау ысулдарын да киң ҡулланалар. Мәҫәлән, һөлөк һалдыртыу, физиотерапия, массаж, батҡаҡлы ванналар, тоҙло шахта, ингаляция, аэрофитотерапия – һауығыуға өмөт өҙгән кешеләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән процедураларҙың ҡайһы берҙәре генә.
Файҙалы Тоҙло Илек һыуы (йәки шундай уҡ концентрациялы һыу) тултырылған йылы һәм таҙа бассейн – ял итеүселәрҙең яратҡан урыны. Ул һөйәк, мускул, нервы системаһы, ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, балалар экземаһын, псориазды дауалай. Тағы ла йөҙөү өсөн ҙур һәм тренажерҙарҙа шөғөлләнеү өсөн бәләкәй бассейндар бар.

Лазер һәм
озон файҙаһы


“Лазер бөтөнләй ауырттырмай”, – тип йылмая теш табиптары бында. Шифахананың стоматология бүлеге бер нисә йыл элек теш быраулау машинаһы энәһен лазер нурына алыштырған.
Тештәрҙе лазер ярҙамында дауалау механик дауалауҙан күпкә айырыла. Берҙән, ауырттырмай, икенсенән, пломбаһы кәмендә ун йыл тора. Анестезияға аллергияһы булғандар өсөн лазер – теш һыҙлауынан ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы. Шифахана стоматологтары теште ағартыу, нығытыу, уға ултырған таштарҙы алыу, кариесты иҫкәртеү, ҡаҙнаны дауалау кеүек хеҙмәтләндереү төрҙәрен дә күрһәтә.
Косметология кабинетында озонды кешенең һаулығын нығытыуҙа һәм тышҡы ҡиәфәтен яҡшыртыуҙа бик уңышлы файҙаланалар. Озон терапияһы ярҙамында целлюлитты, икенсе эйәкте, биттәге һәм тәндәге һырҙарҙы, яра эҙҙәрен, операциянан һуң ҡалған йөйҙәрҙе бөтөрәләр. Тағы ла озон менән ҡан тамырҙарын таҙартыу, холестеринды кәметеү, ҡан әйләнешен яҡшыртыу уңышлы башҡарыла. Башҡортостанда берҙән-бер һаналған эксимер лазер менән псориаз, нейродермит, экзема, витилиго кеүек тире ауырыуҙарын дауалайҙар.

Һәр кемгә
иғтибарлы ҡараш


Һуңғы йылдарҙа “Йәйғор”ҙа ял итергә теләүселәр һаны артҡандан-арта: республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан, күрше төбәктәрҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә киләләр. Шифа­хананың белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителеүе, заманса ҡорамалдарға эйә булыуы оҙаҡ йылдар һауыға алмай интеккән ауырыуҙың хәлен яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. “Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла яғымлы, иғтибарлы. Нисек йоҡлауыңа, кәйефеңдең ниндәй булыуына тиклем һорашып торалар”, – тип һоҡлана ял итеүселәр.
Халыҡ ихтыяжынан сығып төҙөлгән “Иммунитетты нығытыу” һәм “Организмды таҙартыу юлы менән ябығыу” комплекслы программалары үҙҙәренең юғары һөҙөмтәле, файҙалы булыуын иҫбатлаған.
Һуңғы йылдарҙа “Йәйғор”ға йөклө ҡатындар ҙа йыш мөрәжәғәт итә. Каникул осоронда ата-әсәләрҙең күбеһе балаларын фәҡәт ошонда ял иттерергә тырыша.

Дауаһы файҙалы,
хаҡы ҡулай

– Ял итеүселәрҙең теләгенә яраҡ­лашырға тырышабыҙ. 24 һәм 12 көнлөк путевкалар бар, көндөҙ килеп йөрөп дауаланырға ла мөмкин. Беҙҙәге арзан хаҡ һәр кемгә һаулығын нығытыу мөмкинлеген бирә, – ти директор Альберт Шәмсетдинов.
Комплекслы дауалаған Линара Рафиҡова ла хаҡтарҙың ҡулайлығын билдәләй. “Өфө ҡалаһынан булғас, шифаханала йәшәмәҫкә, ә көн дә өйҙән килеп йөрөргә ҡарар иттем, шуға күрә дауаланыу өсөн аҙ түләнем. Бөтә процедураларға 6-7 сәғәт китә. Уларҙың ваҡытын үҙең теләгәнсә билдәләйһең. Шифаханала буш ваҡытты ла һаулыҡ өсөн файҙалы итергә тырышалар. Мәҫәлән, гәрәбә бүлмәһендә ятып алыр­ға мөмкин. Ул йөрәк-ҡан тамыр­ҙары, нервы системаһы, тын юлы сир­ҙәренән яфаланыусыға файҙалы”,– ти ул.
Шифахананы ҡарағай урманы уратҡан, ҡаланың ығы-зығыһы бында моңло ҡоштар һайрауына алышынған, һауаһы ла башты әйләндерерлек саф һәм йомшаҡ. Ғөмүмән, “Йәйғор”ҙо баш ҡаланың сағыу һәм мөғжизәле утрауына тиңләрлек. Күркәмлеге генә түгел, ә ҡайһы берҙә тормошҡа ашмаҫтай тойолған яҡты эштәр башҡарыуы менән дә мөғжизәле ул.
Быға миҫалдар бихисап. Мәҫәлән, августа Үзбәкстандан бер ир дауа­ланған. Умыртҡа һөйәге һыҙлауҙан яфа­ланған ул, шуға күрә эшен таш­лаған, тамағына аш бармаған, кешеләр менән аралаш­маған. Таныштарының тәҡдиме буйынса, алыҫ тип тормай, “Йәйғор” шифаханаһына килгән. “Беҙ уны нигеҙҙә “DRX-9000” аппаратында дауаланыҡ. Ышана­һығыҙмы, бишенсе сеанстан һуң ул ихлас йылмайып, кешеләр менән шаярып һөйләшә башланы, аппетиты асылды, күҙҙәрендә осҡон барлыҡҡа килде”, – тип һөйөнөсөн йәшермәй дире­кторҙың дауалау эштәре буйынса урынбаҫары.


Вернуться назад