Кейәү ташы19.01.2016
Бик борон заманда булған был хәл. Элек кешеләр алыҫтан, туҡһан-йөҙ саҡрым барып, кәләш алған. Шулай бер Бөрйән байы, йөҙ саҡрым ерҙән килеп, нуғай байының ҡыҙын әйттергән. Нуғай байы йәйләүгә сыҡҡас, кейәү егет, шул йәйләүгә килеп, кейәүләп йөрөр булған. Ул замандарҙа, арба юҡлыҡтан, ҡатын-ҡыҙ ҙа ир-ат кеүек һыбай йөрөгән.
Кейәү йәйләүгә һәр ваҡыт һыбай юлланған, нисек килгәнен берәү ҙә күрмәгән. Егет тау башынан үндеге менән эйәрен генә тотоп төшөр булған. Бер ваҡыт еңгәләре үҙ-ара ғына: “Был кейәү тауҙан гел йәйәү төшә, атын күрергә кәрәк ине”, — тип һөйләшкән дә ҡыҙҙан: “Кейәүеңдең аты ниндәй?” — тип һораған. Ҡыҙ: “Юҡ, ул миңә нимәгә кәрәк?” — тигән. Еңгәләре шунда: “Һин һора әле, кейәү атын ҡайҙа ҡалдыра икән?” — тип ныҡышҡан. Ҡыҙ тыңлашмаған. “Ҡуй, миңә әйтмәҫ, һеҙгә әйтмәгәнде, ниңә миңә әйтһен инде”, — тигән. Шунан еңгәләре уға былай тип өйрәткән: “Кейәү килгәс тә, атың ҡайҙа, тип һора, күргем килә, тип үтен. Әйтмәһә: “Шулмы һинең яратыуың, былай әйтмәгәсһең, һин мине яратмайһың, тиген”.
Бер заман кейәү, ғәҙәтенсә, үндеге менән эйәрен генә күтәреп, шул һырт буйынан килеп төшкән. Ҡыҙ еңгәләре өйрәткәнсә эшләгән. Ахыр сиктә кейәү кәләшенә атын күрһәтергә булған. Килеп төшкән тауына алып киткән. Быларға ҡыҙҙың еңгәләре лә эйәргән. Урмандағы ҡарағайлыҡ араһында, йәшел сатыр эсендә, ҡанатын киреп, толпар торған (кейәү егет толпарын кешегә күрһәтмәҫ өсөн сатыр ҡороп, шунда ашарға ҡалдырып китә торған булған). Былар эргәһенә ҡапыл барып сыҡҡас, толпар ҡанатын йыйып өлгөрә алмаған.
Шунан башлап ат ауырыған, оҙаҡ та үтмәҫтән үлеп киткән. Егет ныҡ ҡайғырған. Ҡайныһы уға өйөрөнән иң яҡшы атты һайлатып биргән. Егет: “Минең толпарымдың үлеүенә һин генә ғәйепле, хәҙер йөҙ саҡрым ерҙән мин нисек йөрөйөм, башҡаса килеп булмаҫ”, — тигән дә кәләшенән баш тартҡан. Тау итәгендә, толпарына иҫтәлек булһын тип, бейек итеп таш өйгән дә үҙ йортона ҡайтып киткән. Шунан бирле ул урын Кейәү ташы тип йөрөтөлә башлаған.
Легенда Әбйәлил районының Хәмит ауылында йәшәгән Көмөшбикә Хәйрулла ҡыҙы Ниғмәтуллинанан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының элекке студенты Нурзиҙә Яныбаева тарафынан яҙып алынған. Кейәү ташы тигән был урын Хәмит ауылының ҡайһы тарафында икәнлеге асыҡ ҡына билдәләнмәгән. Ҡанатлы ат тураһында мәғлүмәттәр иһә башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә киң таралған.