Инйәр ауылының 1-се һәм 2-се мәктәптәрендә тәбиғәт серҙәренә төшөндөрөп, уның барлыҡ күренештәре менән яҡындан таныштырыусы экологик түңәрәк эшләй.
Унда V – X класс балалары йөрөй. Үҙенсәлекле дәрестә уҡыусылар үләндәрҙең файҙаһы, күпләп үҫкән урыны, ниндәй төргә ҡарағаны тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ала. Шулай уҡ “Дошмандар һәм дуҫтар”, “Йәшел ҡунаҡхана”, “Экопроект”, “Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар”, ”Һауа торошо ашханаһы”, “Туризмдың нигеҙе”, “Тапҡыр робинзондар” кеүек темалар өйрәнелә. Иң мөһиме – иң-иңдәр быйыл июлдә Туймазы районындағы “Ҡандракүл” тәбиғи паркында үтәсәк “Ҡурсаулыҡ утрауы дуҫтары” слет-фестиваленә һайлап алынасаҡ.
Түңәрәк етәксеһе, ҡурсаулыҡтың экологик тәрбиә бүлеге хеҙмәткәре, туризм һәм сервис белгесе Гөлназ Бәхтийәрова әйтеүенсә, уҡыусылар ҡыҙыҡһынып йөрөй. Дәрестәр ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә. Балалар бирелгән һәр эште дәртләнеп атҡара.
Марат БӘХТИЙӘРОВ,
“Көньяҡ Урал” дәүләт ҡурсаулығының
матбуғат хеҙмәткәре.