Тереклек сығанағы – Сибайҙа19.01.2016
 Тереклек сығанағы – Сибайҙа Сибай ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан карьерҙа Башҡортостан ғалимдары микроорганизмдарҙың яңы төрөнә юлыҡты. Тап ошо цианобактерияларҙан Ерҙә тормош башланған. Яңы табышты Европа һәм Америка ғалимдары фәндә ҙур алға китеш тип билдәләне, сөнки был бактерияларҙың күпселеге әлегә тиклем бөтөнләй өйрәнелмәгән.

Тикшеренеүҙе М. Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хеҙмәткәрҙәре алып бара. Асышты ла ошо уҡыу йорто ғалим­дары яһағайны. Уларға Чехиянан һәм Американан коллегалары ҡушылды. Күптән түгел АҠШ-тағы төп фәнни жур­налдарҙың береһендә яңы табыш хаҡында яҙып та сыҡтылар.
 Тереклек сығанағы – СибайҙаБашҡорт дәүләт педагогия универ­ситетының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, Hormoscilla pringsheimii штамы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында табылған. Вуз лабораторияһында тикшереү барышында донъяла тәүге тапҡыр ерҙә йәшәгән цианобак­терияларҙа цилидроспермопсин токсинының синтезы күҙәтелгән. Тап ошо токсин микроорганизмдарға планеталағы ғәҙәттән тыш шарттарҙы, тотош ҡитғалар һәләк булған, вулкандар урғылған осорҙо ла имен үткәреү мөмкинлеген биргән. Уларҙың йәше өс миллиард йылға тиң тип фаразлана. Икенсе яҡтан, цилидроспермопсин кеше организмы өсөн бик хәүефле, сөнки гепатоксиндар төркө­мөнә инә.
Республика ғаилимдары тапҡан штамм Башҡортостан ылымыҡтары һәм цианобактериялары коллекция­һына инә. Унда 1 200-ҙән ашыу штамм иҫәпләнә. Яңы табышты фармакологияла, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы биотехнологияһында, биоремедиацияла һәм башҡа тармаҡтарҙа файҙаланырға мөмкин.






Вернуться назад