Бөрйән ҡыҙҙарын кем ҡорбан иткән?19.01.2016
Бөрйән ҡыҙҙарын кем ҡорбан иткән? Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты, археолог Вячеслав Котов оҙаҡ йылдар дауамында Шүлгәнташ мәмерйәһен өйрәнә. Бында алып барылған археологик эҙләнеүҙәрҙең һәр экспедицияһында ҡатнаша ул. Һуңғы ҡаҙыу эштәре мәлендә ғалимдар ҡыҙыҡлы асышҡа юлыҡҡан.

– 2008 йылда беренсе һәм икенсе ҡат араһындағы галереяны төҙөүселәр ҡаҡшатҡан ине. Шул ерҙең беренсе ҡатын өйрәнәбеҙ. Бында боронғо кешенең туҡталҡаһы булған. Мамонт тешенән, балыҡтың умыртҡа һөйәгенән эшләнгән биҙәүестәр, ҡорал таптыҡ. Был әйберҙәргә яҡынса 14 – 16 мең йыл! Әлеге майҙансыҡты тулыһынса тикшергәндән һуң, бында балауыҙ һындар ултыртыласаҡ. Асыш шуныһы менән ҡәҙерле: әлеге урын ғибәҙәтхана булараҡ ҡулланылған! Табылған әйберҙәр йәнә бер нәмәгә дәлил: бында йәшәгән кешеләр икенсе ҡатҡа тап ошо урындан күтәрелгән булған! Әлегә тиклем ҡайһы бер ғалимдар киреһен иҫбатлай ине. 20 метр бейеклектәге икенсе ҡатҡа боронғо кешеләр менә алмаған, йәнәһе. Хәүефле булһа ла, боронғо кешеләр ҡурҡып тормаған. Был иһә йәнә лә бер фекергә этәрә: тимәк, күтәрелеү улар өсөн мөһим булған. Шунда ғына атҡарыла торған йолаларға бәйле, күрәһең. Икенсе ҡатта мәмерйә айыуының баш һөлдәһе, арыҫландың аяҡ һөйәге табылды. Ә улар йола үткәреү өсөн бында махсус килтерелгән!
Балкон аҫтында ла ҡыҙыҡлы табыштарға юлыҡтыҡ. Икенсе ҡатламда кеше эйәгенең һөйәген таптыҡ. Йәнә лә өс мең йыл элек вафат булған кешенең, сағыштырмаса имен, баш һөйәгенә юлыҡтыҡ. Асыштарҙың иң ҡыҙыҡлыһы, күп уйланыуҙарға этәргәне бронза быуатына ҡарағаны булды. Йәш ҡыҙҙарҙың баш һөйәктәре ул. Уларҙы белгестәр реконструкцияланы. Һылыу ғына Бөрйән ҡыҙҙары булғандар. Асыҡланыуынса, ҡыҙҙарҙы күҫәк менән яңағына 11 тапҡыр һуғып үлтергәндәр! Ҡалған һөйәктәре был урында юҡ ине. Фаразлауыбыҙса, мәмерйәгә уларҙың башын ғына алып килгәндәр. Тимәк, боронғо кешеләр ырыуҙаштарын ниндәйҙер йола атҡарғанда ҡорбан иткән. Был хаҡта эпостарҙа ла әйтелә бит.
Тимәк, галерея һәм күл ысынлап та йола үткәреү урыны булған. Шуға ла бында бихисап табылдыҡтарға юлыҡтыҡ та инде. Палеолит осоро һөйәктәре күп булды. Атты, ҡоралайҙы йә бында ҡорбан итеп салғандар, йә йола үткәргәндә ашағандар, – тип һөйләне ғалим.
Шүлгәнташ мәмерйәһе һаҡлаған серҙәр бихисап әле. Алда беҙҙе йәнә лә ҡыҙыҡлыраҡ асыштар көтәлер тип өмөтләнәйек.




Вернуться назад