Барыһы ла еңеү өсөн19.01.2016
Мәктәптә ҡарауылсы булып эшләгән Дамир Хажиев менән әңгәмәләшкәндә үҙем өсөн байтаҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдым.

Баҡтиһәң, ул күптән түгел Мансаф Ғиләжевтең “Йон­доҙҙар аҫтын­да һигеҙ ай” исемле китабын уҡып сыҡҡан, унда иһә учалыларҙың Украинаға тиклем йәйәү барыуы хаҡында бәйән ителә.
1943 йыл илдең ауыл хужа­лығы өсөн үтә ауыр була. Аграр сектор үҫешә алмай, партия һәм хөкүмәт фашистарҙан таҙартылған урын­дарҙа малсы­лыҡты тергеҙеү сараларын хәстәрләй. Учалылар ҙа ситтә ҡалмай. 21 кешенән торған төркөм Украинаға мал ҡыуып алып барырға тейеш була. Хәҙер был ваҡиғаларға 70 йыл ваҡыт үткән, шунлыҡтан ентекле, төплө мәғлүмәттәр табыуы ҡыйын. Ошонан сығып, беҙ был алыҫ сәйәхәт тураһында ишет­кән-белгән кешеләрҙе эҙләргә булдыҡ. Уларҙың береһе – мәрхүм Мөхәммәдиә Сәғиҙулла улының ҡатыны Сәрүәрә Буранбаева – беҙгә ҡайһы бер иҫтәлектәрен еткерҙе.
1943 йылдың 5 апрелендә үҫмер егеттәрҙе ауыл Советына саҡырталар һәм Украинаға 450 баш һыйыр ҡыуып алып барырға тейеш икәндәре тура­һында бойороҡ ишеттерәләр. Алыҫ сәфәр тигәнде ишеткәс, уның ауырлығын күҙ алдына ла килтермәгән 15-16 йәшлек егеттәр, үҙҙәре менән кәрәкле әйберҙәрен дә алмай, бишмәт, бер ҡат салбар, сарыҡ кейеп юлға сыға. Ҡар-ямғырға һуҡран­май, дәүләт йөкмәткән эште үтәп, ил буйлап йәйәү атлай улар. Сабаталары туҙғансы баралар, артабан ялан аяҡ ат­ларға тура килә хатта.
Көн дә 25-30 саҡрым ер үтелә. Ашарға юҡ. Юлға тип махсус пунктта уларға яртышар килограмм икмәк, һөт бирелә, аслыҡтан ошолар ғына ҡот­ҡара. Волганы үткәс, усаҡ тоҡандырып йылыныр өсөн утын табылмай. Һалам яғып, шуның көлөнә йылынып, арҡаларын терәшеп йоҡларға тура килә егеттәргә. Таңғы алтыла тағы юлға.
Волга йылғаһын аша сығыу учалылар өсөн ҙур проблема була. Паромға Советтар Сою­зының һәр төбәгенән килгәндәр сиратҡа теҙелә. Уларҙың һәм­мәһе лә Украинаға малын, игенен әҙерләгән. Учалылар, көтөп арығас, малды ситкә ҡыуып, ашатып алырға була. Кире килеүҙәренә, сират үтеп китә, улар урынына һарыҡтар тейә­гән бөрйәндәрҙе ултырталар. Тик ҡот осҡос хәл була – паром ҡуҙғалып киткәс тә, һарыҡтар ҡурҡышып бер яҡҡа ауыша, транспорт әйләнеп китә, бөтәһе лә бата башлай. Ойоштороу­сылар, учалылар һәләкәткә осраған тип уйлап, районға хәбәр итә. Ҡыуанысҡа күрә, бер нисә айҙан әлеге егет­тәрҙең Украинаға етеп, бурыс­тарын үтәүе, хатта кукуруз йыйыуҙа ярҙам итеүҙәре тура­һында билдәле була. Декабрь айында йылы Украинанан ҡарлы Мейәскә йөк поезында килеп төшә улар. Йоҡа кейенгән егеттәрҙе ҡаршы алыусы ла булмай, юлда өс һыйырҙы юғалтҡандары өсөн вәғәҙә ителгән аҡсанан ҡолаҡ ҡағырға тура килә.
Артабанғы эҙләнеү мине Ахун ауылына алып килде. Бында “Ҡыҙыл партизан”, “Яйыҡ”, “Ҡалҡан”, “Поляковка” колхоздарының 450 баш һыйыр малы йыйып ебәреүҙәре тураһында белдем. “Заготскот” контораһы янында малдарҙы үлсәп, мөһөр баҫҡандар икән. Ахун ауылынан был тарихи сарала Рәсүл Шәфиғин һәм Хә­мәтхан Зөлҡәрнәев ҡатнашҡан.
Дәһшәтле һуғыш осоронда һәр кемдең еңеү хаҡына көс һалыуы, ил именлеге өсөн тырышыуы ошонда ла асыҡ сағылалыр.






Вернуться назад