Гәзит башҡортса уҡырға өйрәтте19.01.2016
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡалалағы фатирҙы балаларға ҡалдырып, ирем менән Оло Ҡарамалы ауылына йәшәргә ҡайттыҡ. “Башҡортостан” гәзитен алдырыуыбыҙға – йыл ярым. Ҡалала саҡта ла баҫманы бер нисә тапҡыр яҙҙырғайныҡ.

Тап ошо гәзит ярҙамында мин баш­ҡортса уҡырға өйрәндем. Әле яҙа бел­мәйем, әммә киләсәктә өйрә­нәсәгемә өмөтләнәм. “Башҡортостан”да сыҡҡан шиғыр-хикәйәләрҙе яратып, ихлас уҡыйым, “Иман” махсус битендәге “Мөфтөй яуап бирә” рубрикаһын көтөп алам. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләр хаҡындағы яҙмалар менән дуҫмын.
Беҙҙең ауылда күп балалы ғаиләләр байтаҡ, бал етештергән уңғандар ҙа аҙ түгел. Үҙебеҙ ҙә ҡош-ҡорт, кәзә, һарыҡ тотабыҙ. Гәзит беҙгә был эштәребеҙҙә ярҙам итә, файҙалы кәңәштәр бирә, илһамландыра. Тотош ғаиләбеҙ исеме­нән “Башҡортостан”ға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!





Вернуться назад