Һәр төбәктә уңған ғаиләләр бар, улар үҙҙәренең матур итеп донъя көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Беҙҙең ауылда ла өлгөлө ғаиләләр бихисап. Тыуып үҫкән төйәгенә ерегеп, бәрәкәтле тормош алып барған уңғандарҙың береһе – Азат Юлдашкилдин. Ҡатыны Гөлнара менән өс ул үҫтерәләр. Икеһе лә көнө буйы эштә булыуға ҡарамаҫтан, ауылдың бер сараһынан да ситтә ҡалмайҙар. Азат Әғләм улы бер нисә йыл ауыл Советы депутаты вазифаһын башҡарҙы, Ишейҙең үҫешенә тос өлөш индерҙе, ә Гөлнара – “Гөлгизәр” ансамблендә бейеүсе.
Үҙҙәренең әүҙемлеге балаларында ла сағыла: өс улын да тейешле иғтибар бүлеп тәрбиәләйҙәр, һәр береһенең бәләкәй генә булһа ла уңыштары бар. Өлкәне Айбулат Темәс мәктәбендә уҡый, уртансылары Айназ Баймаҡ лицей-интернатында белем ала, ә кеселәре Айсыуаҡ әлегә балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Бына ике йыл ул, “Урал батыр” эпосының бер өлөшөн яттан һөйләп, Темәс зонаһында еңеү яуланы, быйыл Баймаҡта үткән район бәйгеһендә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Был еңеүгә өлгәшеү, әлбиттә, ғаиләләге мөхиттән тора, сөнки ата-әсә балаһының тырышлығына булышлыҡ итһә, киләсәктә унан шәхес үҫәсәк. Һүҙҙәремдең хаҡлығын ҡала һәм район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Илдус Зәйнуллиндың фекере менән йөпләгем килә.
– Һәр кем эштән һуң үҙ дәүләтенә – ғаиләһенә – ашыға. Ошо бәләкәй дәүләт берҙәм, татыу, матур булһа, илебеҙҙең дә көс-ҡеүәте нығыраҡ. Шуға күрә үҙ йортоноң хужаһы булған атайҙар балаларына ныҡлы терәк, тормош өлгөһө булып йәшәргә тейеш, – ти ул.
Ысынлап та, тормоштоң яҡты, яҡшы яғын күреп, дәүләт биргән мөмкинлектәрҙән файҙаланып, заман ауырлыҡтарына бирешмәй донъя көтөргә ынтылған, балалар баҡҡан һәм, иң мөһиме, уларға дөрөҫ тәрбиә биргән ғаиләләр булғанда киләсәгебеҙ өмөтлө.