Кәмһетелмәһен матбуғат19.01.2016
Милли матбуғат менән байтаҡ йылдар дуҫ йәшәйбеҙ. Әммә хәҙер, һәр нәмәгә хаҡ артыу сәбәпле, ҡайһы бер гәзит-журналға яҙыла алмай ҡалам. Шулай ҙа һыр бирмәйем, һатып алып булһа ла уҡыйым.

Әммә милли баҫмаларҙы һәр матбуғат киоскыһында тап итермен тимә. Гәзиттәрҙең бер-ике генә дана булыуына, китапсыҡтарҙың бөтөнләй юҡлығына эс боша.
Киоскыла башҡорт баҫмалары, булған хәлдә лә, күҙгә күренеп ятмай, ә төрлө тәртипһеҙлеккә әйҙәгән, әхлаҡи ҡанундарға ҡаршы килгән яҙма-һүрәтле гәзит журналдар әллә ҡайҙан “ҡысҡырып” тора.
“Башҡортостан”, “Йәшлек” уҡып
Күп кенә файҙа алам.
Өйрәтә лә, тәнҡитләй ҙә,
Барын уҡып ҡыуанам.
Редакция хеҙмәткәрҙәренә ижади үрҙәр, именлек теләп ҡалам!







Вернуться назад