Аҡмулланың аҡ ғилеме19.01.2016
Күптән түгел республиканың белем усаҡтарында мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған берҙәм дәрестәр үтте.
Баш ҡалабыҙҙың Киров районы мәктәптәре лә был саранан ситтә ҡалманы. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында күренекле шәхестәр менән күркәм осрашыу ойошторолдо. 119-сы мәктәптә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Мирхәйҙәрова тарафынан VI, VII класс уҡыусылары өсөн мәғрифәтсе шағирҙың ижадына, тормош юлына бағышлап кластан тыш сара уҙғарылды.
“Аҡмулла эҙҙәре” тип аталған “сәйәхәт” барышында уҡыусылар бай мәғлүмәтле күргәҙмә материалдар менән танышты, “Аҡмулла тауышы” исемле фильмдан өҙөк, шәхестең төрлө өлкәләрҙә ҡалдырған хеҙмәттәрен ҡараны. Малай һәм ҡыҙҙар үҙҙәре үк шағирҙың “Асыҡ хат”, “Кәңәш”, “Аҡыл”, “Нәсихәт” исемле шиғырҙарынан өҙөктәр уҡып ишеттерҙе.
Был күркәм сарала уҡыусылар Аҡмулланың аң-белемгә, яҡтылыҡҡа әйҙәп, туған халҡына “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тип өндәшеүе тураһында мәғлүмәт алды. Әҙиптең башҡорт халҡының ғына түгел, бик күп туғандаш халыҡтарҙың оло ихтирамына, ихлас һөйөүенә лайыҡ икәнлеге хаҡында белделәр. Уҡытыусы Әлиә Рәшит ҡыҙының:
– Аҡмулла исеме – мәңгелек. Уның шиғырҙары әһәмиәтен юғалтмай, беҙҙе әхлаҡи яҡтан тәрбиәләй, белемгә өндәй, тормошта сабыр, әҙәпле һәм аҡыллы булырға саҡыра, – тигән йомғаҡлау һүҙе уҡыусыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.