Милли ерлек ниңә юҡ?!19.01.2016
“Йоматау” шифаханаһы бик матур, тыныс ерҙә урынлашҡан, тирә-яғын мөһабәт шыршылар йәмләй. 80 йылдан ашыу инде бында кешеләр ҡымыҙ менән дауалана, төрлө шифа алып ҡыуана икән. Унда ял итеп ҡайтҡандан һуң тыуған фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.

Йәмғеһе ун көн булдым, ялдың хаҡы әллә ни “тешләшмәне”. Шифахананың корпустары үҙ-ара тоташтырылған, ашханаға, бассейнға барам тиһәң, тышҡа сығып йөрөйһө түгел. Бик уңайлы.
Әммә ҡымыҙ эскән ерҙә милли ризыҡ исеменең бер урында ғына башҡортса яҙылыуы, башҡаһында “кумыс” ҡына булыуы күңелде ҡырҙы. Шулай уҡ һәр палатаға радио ҡуйылып та, Өфө лә һөйләмәй, “Юлдаш” та яңғырамай – милли моң юҡ, ҡайһы саҡ ниндәй илдә икәнеңде тойомлап булмай хатта. “Башҡортостан” гәзитен уҡымаҡ булғайным да, ул китапханала ғына бар, тинеләр, Йома һаны ғына икән. Ни өсөн гәзитте 3-4 дана яҙҙырып, мәҫәлән, уны ҡымыҙ эскән бүлмәлә өҫтәлдәргә һалып ҡуймаҫҡа?! Кемгә кәрәк, алып уҡыр ине, бының өсөн ҡулыңа һуҡмайҙар бит...
Шулай итеп, беҙ 10 көнгә гәзитһеҙ ҡалдыҡ. Өйгә ҡайтһаҡ, “Башҡортостан” йыйылып киткән. Башҡорт йырсыларының килгәне, сығыш яһағаны тойолманы. Милли ашыбыҙ бишбармаҡты ла әҙерләү сифатын яҡшыртһындар ине. Биналағы төрлө иғландар ҙа тик урыҫ телендә. Ошоноң кеүек бәләкәй күренгән, әммә ҙур әһәмиәткә эйә мәсьәләләргә иғтибар итеү мөһим, минеңсә.






Вернуться назад