Алма тәмле һәм туҡлыҡлы аҙыҡ ҡына түгел, ҡайһы бер ауырыуҙарға ҡаршы яҡшы дауалау-иҫкәртеү сараһы ла. Халыҡ медицинаһында шешенгәндә, склероздан яфаланғанда, бөйөрҙәрҙә таш булғанда, һимергәндә, яралар оҙаҡ төҙәлмәгән осраҡта даими рәүештә алма ашарға тәҡдим ителә.
Алманың дауалау үҙенсәлектәре уның составында витаминдар, микроэлементтар, пектиндар күп булыуынан килә. Пектиндар матдәләр алмашыныуына, организмдан ауыр металдарҙың тоҙҙарын, радионуклеидтарҙы сығарырға ярҙам итә. Алмала 11 төр витамин бар, шуларҙың дүрт төрө — С, Р, А, В витаминдары — күп кенә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Рәсәйҙең урта һәм төньяҡ һыҙатында, шул иҫәптән Башҡортостанда үҫтерелгән алмаларҙа С витамины күп.
Алма ҡандағы холестеринды кәметеп, атеросклероз булдырмауға булышлыҡ итә. Ундағы пектиндар организмда минераль матдәләр тигеҙлеген булдыра, эсәктәрҙәге микрофлораны яҡшырта, насар үҙләштерелеүсе аҙыҡты тарҡатыуҙа ла әһәмиәте ҙур.
Алма шулай уҡ майҙарҙың организм тарафынан үҙләштерелеүенә ҡаршылыҡ күрһәтә, артыҡ шыйыҡлыҡты сығарыуға булышлыҡ итә.
Күреүегеҙсә, алма – ҡиммәтле ризыҡ ҡына түгел, файҙалы дауа сараһы ла. Шуға ла һәр кем йорт янында бер нисә сортлы алмағас үҫтерергә тейеш.