Ябығайым тиһәң...19.01.2016
Ябығайым тиһәң... Ашай-ашай ябығып була. Юҡ, шаяртыу түгел, ә ысынлап та шулай. Ҡайһы бер аҙыҡтар өҫтәмә килограм­дар­ҙы арттырмай, киреһенсә, артыҡ майҙарҙы яндыра.

Грейпфрут. Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: ашаған һайын даими рәүештә ярты грейпфрут менән туҡланһаң йәки уның 150 г һутын эсһәң, ике аҙна эсендә 2 килограмм ауырлыҡты юғалтырға мөмкин. Грейпфрут инсулин кимәлен кәметә, шуға кешенең ҡапҡылап алыу теләге лә әҙәйә.
Әгәр ҙә грейпфрут емеше оҡшаһа, һутын һығып алып, әфлисун һәм лимон һуты менән ҡатнаштырып эсегеҙ. Был инде иммунитетығыҙҙы ла нығытыр, организмығыҙҙы ҡалдыҡтарҙан да таҙартыр.
Йәшел сәй яман шеш күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүҙән, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан һаҡлай. Көнөнә биш сынаяҡ йәшел сәй эскән кеше 70-80 калория юғалта.
Әсе ризыҡтар. Төрлө тәмләткестәр майҙарҙы яндыра, сөнки улар организмды тирләтә, йөрәк ҡағышын тиҙләтә. Тик икенсе яғы ла бар: әгәр һеҙ төрлө әсе тәмләткестәр һеңдерелгән чипсы йәки үләндәр бутап ҡыҙҙырылған картуф ашайһығыҙ икән, артыҡ килограмдарҙан ҡотолоу хаҡында уйламағыҙ ҙа.
Майһыҙ һөт ризыҡтары организмығыҙҙы кальций менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, майҙарҙы яндырыусы күҙәнәктәрҙең эшмәкәрлеген яйға һала торған гормондарҙы ла арттыра.
Һыу. Организмда шыйыҡлыҡтың етерлек кимәлдә булмауы ҡандағы глюкозаны кәметә, хәлһеҙлеккә, баш әйләнеүгә килтерә.
Дәрсен (корица). Аҙыҡ менән бергә ҡулланылған дүрттән бер өлөш балғалаҡ дәрсен шәкәрҙе тиҙ үҙләштерергә, ҡандағы шәкәр кимәлен кәметергә ярҙам итә. Дәрсенде шәкәр урынына ла файҙаланырға мөмкин, сөнки унда тәбиғи шәрбәт бар.
Аҡһымдар — мускулдарҙың үҫеше өсөн кәрәкле төп матдә. Кешенең мускулдары ҙурыраҡ булған һайын, ул күберәк май яндыра. Бынан тыш, майҙарҙы һәм углеводтарҙы үҙләштереүгә ҡарағанда, аҡһымдарҙы үҙләштереү өсөн күберәк калория китә.


Вернуться назад