Һарымһаҡ аша, ауырымаҫһың!19.01.2016
Һарымһаҡ аша, ауырымаҫһың! Халыҡ табиптары рецебы буйынса киҙеү­ҙән, тымау­ҙан һаҡла­ныу өсөн лимон менән һарымһаҡтан бик яҡшы дауа эшләргә мөмкин. Иң мөһиме — ул ғаиләнең бөтә ағзалары өсөн яраҡлы.

Ҡабығы менән бергә ярты лимонды һәм һарымһаҡтың ете бүлкәһен ваҡ ҡына турап, өҫтөнә ярты литр ҡайнаған һыу ҡоялар. Дүрт көн йылы урында тотҡас, һөҙөп, һыуытҡысҡа ҡуялар. Иртән ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсергә кәрәк. Дауа бөткәс, яңыһы яһала. Уны октябрҙән башлап мартҡа тиклем ҡулланырға мөмкин.
Дарыу үләндәре төнәтмәһе лә был сирҙәрҙән һаҡланырға ярҙам итә. Туғыҙ үлән гөлләмәһе айырыуса көслө һөҙөмтә бирә.
Һары мәтрүшкә, баллыҡай, ҡылыс үләне (аир), күк мәтрүшкә, ялан яраны, шалфей, ҡурай еләге япрағы, май айында йыйылған ҡайын япрағы, андыҙ тамыры тигеҙ нисбәттә, йәғни берәр өлөш алына. Ошо ҡатнашманы дүрт аш ҡалағы күлә­мен­дә термосҡа һалып, бер литр ҡайнаған һыу ҡойоп, 20 минут тоталар. Унан һыуы менән икенсе һауытҡа ауҙарып, тағы 30 минут тотҡас, һөҙөп алалар. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда йылымыс көйө сирек стакан эсергә кәрәк.
Лимондан йәнә бер ябай ғына дауа яһарға мөмкин. Уны ит турағыс аша үткәреп, үҙегеҙ теләгәнсә бал өҫтәгеҙ. Ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ ҡабып ҡуйһағыҙ, шифаһы теймәй ҡалмаҫ.


Вернуться назад