Лоҡман ағай апаруҡтан Себер тарафтарында йөрөй. Бер көндө Өфө урамында китеп барғанда кемдеңдер ҡысҡырғанын ишетте.
– Лоҡман ағай, Лоҡман ағай!
Кем икән? Лоҡман тирә-яғына ҡараны, әммә бер кемде лә күрмәне. Ахыры, ярай, ҡолаҡҡа ғына салынғандыр, тине лә юлын дауам итте.
– Лоҡман ағай, Лоҡман ағай! – Теге тауыш тағы ҡабатланды. Ҡарай торғас, ул Вәлиҙе күреп ҡалды – ауыҙын йырып баҫып тора ине. Үҙенән арыу уҡ кесе егет, күптән күрмәгән ағаһын осратҡандай, ҡосаҡлап уҡ алды.
– Ағай, хәлдәр нисек? Әллә ҡайтып килеүеңме?
Егеттең илгәҙәклегенә, ябайлығына иҫе китте Лоҡмандың. Бығаса уны ҡоро кеше итеп белә инесе. Унан теге ваҡыттағы хәл келт итеп иҫенә төштө.
Улар университетта бер осорҙа уҡыны. Көндәрҙең береһендә Вәлиҙе ойошмаға етәксе итеп ҡуйҙылар. Сираттағы ҡайтыуында ул дуҫы янына инеп сығырға булды. “Бәлки, берәй эш булыр. Әтеү гел Себерҙә йөрөү елһетте”, – тип уйланы ул.
Секретарь ҡыҙ, директор эш менән мәшғүл булыуын белдереп, саҡ ҡына көтөп торорға ҡушты. Ярты сәғәт үтте, бер... Ә хужа бушаманы ла бушаманы. Инде сәғәт бер тула тигәндә Вәли Маратович килеп сыҡты ла уның яғына ҡырын ғына ҡарап:
– Әлегә ҡабул итә алмайым, мөһим эш менән саҡырҙылар, – тине. Иртәгәһенә лә ваҡыты булманы директорҙың.
...Лоҡман Вәли Маратовичты бер нисә көн элек кенә вазифаһынан бушатыуҙарын әлегә белмәй ине.