Бына нисәнсе көн инде Гөлнисаның башы ауырта. Иртән хәлдән тайып, лысма тир булып, дер ҡалтырап уяна. Ҡатын цитрамон, парацетамол эсә лә эшкә йүгерә. Унан үҙ алдына һөйләнә:
– Ярай, үтеп китер әле.
Теге аҙнала кесе ҡыҙы менән больничныйҙа булғайны. Эштә лә ризаһыҙлыҡ белдереп, һөйләнә торғандар. Етмәһә, йыл аҙағы, теүәлләйһе әйберҙәре лә бар.
Әммә биҙгәк тиҙ генә үтеп китергә ашыҡманы, аяғы, арҡаһы һыҙлай башланы. Бөгөндән үк дауаханаға китер ине лә, балалары үҙаллы түгел әле. Оло ҡыҙы – дүртенселә, кесеһе икенселә генә уҡый. Уларҙы ашатып-эсереп, сәс-башын ҡарап мәктәпкә оҙатырға кәрәк. Ире бер үҙе генә өлгөрә алмаҫ кеүек. Ни мәктәбе алыҫ – эш урынына яҡын булһын тип, ҡала үҙәгендәге мәктәпкә биргәйнеләр.
Ике көн үтте, өс… Гөлнисаның хәле арыуланманы. Дарыу ашағас, температураһы саҡ ҡына төшөп торған һымаҡ була ла йәнә күтәрелә. Артабан былай йөрөү мөмкин түгел. Иртән эшкә килгәс, поликлиникаға шылтыратҡайны, унан:
– Бөгөн урын бар, ҡайһы ваҡытҡа килә алаһығыҙ? – тигәндәрен ишеткәс, үҙе лә аптыраны. Хәҙер табипҡа күренер өсөн бер-ике аҙна алдан яҙылырға ҡушалар шул.
– Ҡарағыҙ әле, талон бар, – тине бер бүлмәлә ултырған ҡыҙҙарына.
– Шулаймы? – тине ғәжәпләнеп Зөһрә. – Әллә ниндәй аҡыллы башы уйлап сығарған шул законын. Имеш, алдан яҙылып киләһең. Етмәһә, теге ваҡыт министр шуны маҡтап ултырған була. Кеше үҙенең ауырып китерен ҡайҙан алдан белһен?
– Ҡуй инде, ул врачтарға йөрөй башлаһаң, үҙең ярты ауырыуға әйләнәһең, – тип һүҙгә ҡушылды Венера. – Анау ваҡыт ни, үлтереп ашҡаҙаным ауырта, бер аҙна буйы сират көтөргә тура килде. Ишшеү килгәс, ауырыуың аҙғансы ҡайҙа йөрөнөң, тип мыжый.
…Регистратурала сират һуҙылып киткән. Шулай ҙа бер ни ҡәҙәр ваҡыттан ҡатын карточкаһын алып, икенсе ҡатҡа күтәрелде лә тәғәйен бүлмә эргәһендәге эскәмйәгә ҡунаҡланы. Халыҡ шаҡтай күп. Сираты еткән өлкән генә ханым кабинеттың тотҡаһына уҡ йәбешкән. Күрәһең, берәйһе ҡапыл ғына инеп китмәһен тигән һынылыр.
Шул мәл бер ир ошо ҡағыҙға имза ҡуйҙыртып ҡына сығам тип инеп китмәксе булғайны ла, уҫлаптай кәүҙәле ҡатын, күҙҙәрен алартып, уның юлына арҡыры торҙо:
– Ҡайҙа?!
– Ошо ҡағыҙға имза ҡуйҙыртырға ғына! – Ир йәнә ҡабатланы.
– Никакуй! – Ҡатын ирҙе ҡулы менән этеп үк ебәрҙе. – Табылған аҡыллы баш! Ана, сират ал! Бына мин сәғәт буйы торам. Бар, бар, юҡҡа торма, барыбер үткәрмәйем. Бая бер бисә кереп китте, хәҙер – һин. Һеҙҙең кеүек оятһыҙҙар бөтмәҫ бында.
Ир ҡаршылашыуҙың мәғәнәһеҙ икәнен аңланы, сират алып, икенсе мөйөшкә барып ултырҙы. Кәйефе ҡырылған ҡатын тиҙ генә туҡтарға уйламаны:
– Был тиклем дә оятһыҙ кеше булыр! Шалҡан кеүек ир! Ҡайһы ере ауырый икән, эшләмәҫтән бәлә һалып йөрөйҙөр шунда. Индерермен мин уны сиратһыҙ. Алланың ҡашҡа тәкәһе тиерһең.
Бындағы тауышҡа Гөлнисаның башы тубалдай булды, күҙ алдары ҡараңғыланды. Берәүҙәр табиптарҙы әрләй башлаһа, икенселәре уларҙы эләктереп алырға көтөп кенә тора. Унан етәкселәрҙе һүгергә тотондолар.
Кабинеттан сираттағы ауырыу сыҡты. Шул мәл бая ишек тотҡаһына йәбешкән ҡатын инеп китәйем генә тигәйне, табип үҙе пәйҙә булды ла шатырлатып ишеген бикләне.
– Мине баш табип саҡырта, хәҙер киләм, – тип яуапланы ла бейек үксәле туфлиҙары менән шаҡ-шоҡ баҫып китеп тә барҙы. Кемдер ауыр көрһөнөп уфтанды.
Ниһайәт, Гөлнисаның да сираты етте. Унан алдағы ҡатын сыҡһа ла, күрәһең, табиптың эше бөтмәгәйне. Йәш кенә ҡыҙ, уҙа барһа, институтты былтыр бөткәндер. Ул алдындағы ҡағыҙға биш-ун минут самаһы нимәлер яҙҙы ла яҙҙы. Үҙен насар тойған ҡатын рөхсәт һорап, уның өҫтәлендә ятҡан градусникты алды ла тән температураһын үлсәп ҡараны – 39 градус.
Табип башын ҡалҡытмай ғына:
– Нимәгә зарланаһығыҙ? – тип һораны.
– Башым ауырта, температурам юғары.
Ул йәнә карточкаға нимәлер яҙа башланы. Бер аҙҙан Гөлнисаның ҡан баҫымын үлсәп ҡараны, таяҡса тығып, тамағын тикшерҙе. Унан тыныс ҡына былай тине:
– Ҡурҡыныс бер нәмә лә юҡ, тамағығыҙ саҡ ҡына ҡыҙарып тора. Тын юлдары таҙа. Бөгөндән дауалана башлаһағыҙ, ике-өс көндән үтеп китер, ятып тороғоҙ.
Анализдар биргәс, табип йәнә килергә ҡушты. Ҡағыҙ киҫәгенә дарыуҙар исемлеген яҙып, уға һондо.
– Ошоларҙы фәҡәт Гоголь урамындағы аптеканан алығыҙ. Башҡаларында ялған була торған. Һеҙҙе үҙ күргәндән йәлләп әйтеүем инде, алдап ҡуймаһындар, тим.
Унан процедура бүлмәһенә йүнәлтмә бирҙе.
– Инеп укол ҡаҙатығыҙ, температурағыҙ төшһөн өсөн.
Бында ла сират ҙур ине. Шулай ҙа, ваҡыты еткәс, инде теге бүлмәгә. Өлкән шәфҡәт туташы табип биргән ҡағыҙҙы уҡыны ла Гөлнисаға аптырап ҡараны.
– Ни эшләп артыҡ дозаны күрһәткән улай? Теге ваҡыт та бер ҡыҙға шулай тип яҙып сығарғайны. Шуның буйынса эшләгәйнек, хәле ауырлашты. Бының яртыһы ғына кәрәк!
Ике көн үтте. Гөлнисаның хәле һис кенә һәйбәтләнмәне. Табип яҙып биргән дарыуҙарҙы эскәс, температураһы бер аҙға төшөп тора ла йәнә күтәрелә.
Өсөнсө көнгә тағы табипҡа килде ҡатын. Был юлы ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Аҡ халатлы “фәрештә”, карточканы асып, байтаҡ ҡына нимәлер яҙҙы. Унан:
– Бөтә анализдарың һәйбәт, ҡурҡыныс бер нәмә лә юҡ, – тине. – Теге дарыуҙарҙы эсәһеңме?
– Эйе.
– Ярай, һәйбәт. Шулай итһәң, бер нисә көндән арыуланырһың.
– Ни өсөндөр һаман температурам төшмәй бит әле.
– Бер сир ҙә көнөндә генә бөтмәй. Ауырыу аҙғансы йөрөйһөгөҙ-йөрөйһөгөҙ ҙә бәлә һалаһығыҙ. Сабыр итегеҙ, һауығырһығыҙ! – Табип йәнә фәлән көндә килергә тигән ҡағыҙ киҫәге тотторҙо.
Әммә Гөлнисаның хәле һис кенә еңеләймәне. Кискә ҡарай хәле бөтөнләй насарланды, күҙ алдары ҡараңғыланды. Ахыры, ире “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртты. Ярай әле ете төн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, улары оҙаҡ көттөрмәй килеп етте.
– Температурағыҙ юғары тиһегеҙме? – Фельдшер йәнә ҡабатлап һораны. – Бәлки, градуснигығыҙ дөрөҫ күрһәтмәйҙер? Йә, минеке менән үлсәп ҡарайыҡ әле.
Гөлнисаның тән температураһы 39 градус ине.
– Ниндәй дарыуҙар эсәһегеҙ?
Ҡатын таблеткаларҙың ҡабын күрһәтте:
– Ошолар.
Табип ҡысҡырып уҡыны ла берсә ҡатынға, берсә иренә ғәжәпләнеп ҡараны:
– Ысынлап та, ошо дарыуҙарҙымы? Кем тәғәйенләне?
– Табип.
– Был антибиотиктар ярамай бит!..
“Ашығыс ярҙам” табибы укол ҡаҙағас, иртәгәһенә участка дауаханаһына барырға ҡушты ла, китергә йыйына башлағас, Гөлниса аптырап:
– Дауаханаға алып бармайһығыҙмы ни? – тип һораны.
– Температура тип кенә кем һеҙҙе алһын?! Бына минең дә температурам бар. Ошо дарыуҙарҙы эсһәгеҙ, хәҙер төшәсәк. Был хәл ваҡытлыса ғына. Һеҙгә табип дарыуҙарҙы дөрөҫ тәғәйенләмәгән, шуға һаман ауырыйһығыҙ.
– Юҡ, мине дауаханаға алып барығыҙ! Мин үҙ хәлемде беләм. – Гөлниса ҡаты торҙо.
Ҡатын ниндәйҙер дауаханаға шылтыратты ла уға кейенергә ҡушты.
Гөлнисаны төн уртаһында алып килделәр. Ҡабул иткән табиптың ризаһыҙлығы йөҙөнә сыҡҡайны.
– Бер тапҡыр ҡоҫҡан өсөн, температура юғары тип, “Ашығыс ярҙам” саҡырталармы? – тине тупаҫ ҡына. Ул да нимәлер һораны ла яҙҙы, һораны ла яҙҙы.
Тамам хәлһеҙләнгәнен тойҙо Гөлниса, теле тотлоҡто, күҙ алдары ҡараңғыланды. Тиҙерәк палатаға урынлаштырһындар ине, тип теләне эстән.
– Ҡасандан бирле ауырыйһығыҙ? – Ниндәй дарыуҙар ҡулланаһығыҙ?
Табиптың сираттағы һорауы яуапһыҙ ҡалды. Ул алдындағы ҡағыҙынан башын күтәреп ҡарағанда ҡатындың аңын юғалтып, йығылыуын күрҙе...
Оҙаҡ ҡына ятты дауаханала Гөлниса. Сысҡан биҙгәге йоҡҡан булған уға. “Саҡ ҡына һуңлаһаң, үлер инең. Ауырыу аҙғансы ниңә иҫеңде юйып йөрөнөң?” – тип асыуландылар. Был биҙгәк уға ғына түгел, ә барлыҡ медицина өлкәһенә таралған кеүек тойолдо уға. Ә бына уны һауыҡтырыуы…