Йылмайып-көлөп кенә15.01.2016
– Ҡәҙерлем, ниңә һин футбол ҡарамай­һың әле? – ти өйгә яңы ҡайтып ингән ҡа­тыны. – Ә мин һиңә һыра алып ҡайттым. Ниндәй тәмлекәс бешерәйем үҙеңә?
– Зыян ҙурмы? – ти ире, боролоп ҡарамай ғына.
– Эй, әллә ни ныҡ түгел, ҡәҙерлем, фара, капот һәм бампер ғына...

* * *
– Өс ай инде ниндәй машина алырға икән тип баш ватаһың, – ти ҡатыны. – Ә миңә танышыуҙың өсөнсө көнөнә үк тәҡдим яһағайның.
– Машина алыу – етди эш бит ул, – тип яуаплай ире.
* * *
“КрАЗ” йөрөткән ике шоферҙы хөкөм итәләр.
– Һеҙ “Запорожец”ты тапап китеүегеҙҙе таныйһығыҙмы? – тип һорай судья.
– Күрҙеңме – ул бит машина булған! – ти бер шофер икенсеһенә. – Ә һин: “Тәгәрмәстәр араһына биҙрә эләккән”, – тип ныҡышаһың.

* * *
Эвакуатор дөрөҫ ҡуйылмаған машинаны тейәп алыуға, был урынға тағы бер автомобиль килеп туҡтай. Уның шоферы, тиҙ генә сыға һалып, эвакуатор хужаһына өндәшә:
– Ҡара әле, һин штраф туҡталҡаһына барып кире килгәнсә нисә минут үтәсәк?

* * *
Авария урынына хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре тиҙерәк килеп етһен өсөн нимә эшләргә?
02 телефонына шылтырат­ҡанда былай тип әйтергә: “Бында авария булды, дүрт мәйет, икәүһен йәшерҙем, икеһен ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйем, кәңәш бирегеҙ әле – ни ҡылырға ?”

* * *
Иҫерек олигарх идара иткән “Бентли” автомобиле, сифатһыҙ юл һалыусы һәм насар астрологик фараз яһаусы йәйәүлене тапатыуҙа ғәйепләнә. Уларҙың өсәүһенә лә – автомобиль эшләүсегә, юл төҙөлөшө хеҙмәткәренә һәм фараз ҡылыусыға – һигеҙ йылға хәтлем иректән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы янай.



Вернуться назад