Музейҙа – ретро-автомобилдәр15.01.2016
Музейҙа –  ретро-автомобилдәр Салауат ҡалаһында “Auto СССР” совет ретро-автомобилдәр музейы асылды. Әлегә унда 24 автомобиль һәм һигеҙ мотоцикл ҡуйғандар.

– Һәр экспонаттың үҙ тарихы бар, шулай ҙа ГАЗ-21 “Волга” автомобиле айырым иғтибарға лайыҡ, сөнки ул тәүгеләрҙән булып рес­таврацияланды, – ти музейҙың кураторы Наталия Пименова. – Яйлап машиналарҙың һаны ла артҡас, музей асырға тигән ҡарар ҡабул иттек. Беҙ ҡаланың Төҙөүселәр урамындағы 15А һанлы йортта урынлашҡанбыҙ.
Музейҙа –  ретро-автомобилдәр– Беҙҙең ғорурланырлыҡ һәм сит ил машиналарын ғына күреп үҫкән быуынға күрһәтерлек авто­мобил­дәребеҙ бар. Был – музей ғына түгел, ә быуындар бәйлә­неше, металда сағылдырылған тарих. Беҙ уны ошондағы совет автотранспорты миҫалында өйрәнә алабыҙ, — тине Салауат ҡала Советы депутаты Михаил Сокольников.
Музейҙы асыу тантанаһына Өфөнән, Бәләбәйҙән, Мәләүездән, Стәрлетамаҡтан республика ретро-автомобилдәр клубы ағзалары, шулай уҡ урындағы халыҡ килгәйне.
Музейҙа –  ретро-автомобилдәрӘйткәндәй, өс йыл рәттән ошо музейҙағы автомобилдәр “Еңеү өсөн олатайға рәхмәт!” автоуҙы­шына йәлеп ителә.



Вернуться назад