Яуапһыҙлыҡмы, яҙмышмы?15.01.2016
Яуапһыҙлыҡмы, яҙмышмы? Рәсәй Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов былтырғы иң ҡот осҡос биш юл фажиғәһен атаны. Улар түбәндәгеләр:

2 марттан 3 мартҡа ҡаршы төн, Һамар – Өфө – Силәбе трассаһының 1352-се километры. Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһынан алыҫ түгел “Ауди” автомобиле ҡаршы яҡ юл һыҙатына килеп сығып, фура аҫтына барып эләгә. Күп тонналы йөк машинаһы еңел автомобилде уйынсыҡ кеүек иҙә, дүрт кеше шунда уҡ йән бирә.

Яуапһыҙлыҡмы, яҙмышмы?19 май, Өфө – Стәрлетамаҡ юлының 40-сы километры. “Джили Эмгранд” автомобиле хужаһы, идара итеү һәләтен юғалтып, ма­ши­наһында юл һыҙаттары араһындағы кәртәне емерә һәм ҡаршы яҡҡа барып сыға. Һөҙөмтәлә ул “Лексус RX350” машинаһына барып бәрелә һәм икегә ярыла. Өс кеше авария урынында һәләк була, берәүһен дауаханаға алып китәләр, ләкин ҡотҡара алмайҙар.

Яуапһыҙлыҡмы, яҙмышмы?28 май, Аҡъяр – Орск юлы. Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылынан йыраҡ түгел ике еңел автомобиль маңлайға-маңлай бәрелешә. “Тойота-Камри” менән “ВАЗ-2115” машиналары хатта тоҡанып китә. Биш кеше һәләк була, өсәүһе ҡаты яралана.

4 июль, Һамар – Өфө – Силәбе трассаһы. “Рено-Дастер”, “Тойота-Королла” еңел автомобилдәре һәм “Скания” йөк машинаһы бер-береһенә бәрелә. “Тойота” шоферының ҡатыны һәләк була, ә үҙе һәм ҡыҙы йәрәхәтләнә. “Рено” водителе, уның ҡатыны менән 15 йәшлек улы ла имгәнә.

Яуапһыҙлыҡмы, яҙмышмы?27 июль, М-5 трассаһы. Өфөнән алыҫ түгел Иглин ҡасабаһына боролған урында өс фура менән “Шевроле” автомобиле бәрелешә. Ике бәләкәй бала һәм фура водителе шул урында һәләк була, тағы ике кешене ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар.

(Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы сайтынан алынды).


Вернуться назад