Бөтмәҫ ығы-зығы күптән инде хәҙерге тормоштоң айырып алғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Был юл хәрәкәтенә лә ҡағыла. Автомобилдәр һаны арта барған һайын, үҙен тупаҫ тотҡан шоферҙар ҙа күбәйә, ахыры. Райондарҙан баш ҡалабыҙға һирәк килгән ауыл водителдәре был үҙгәрештәрҙе һиҙмәй ҡалмайҙыр, моғайын. Беҙҙә ул айырыуса Өфө – Аэропорт юлы кеүек ҙур трассаларҙа асыҡ күренә. Хәрәкәт ҡағиҙәләрен күрәләтә боҙоу бик йыш ҡына тәүәккәллек йәки тотанаҡһыҙлыҡ түгел, ә тупаҫлыҡ һәм нәфрәт арҡаһында килеп сыға. Бындай тәртипкә нимә сәбәпсе була һуң? Белгестәр бында бер нисә психологик сәбәпте атай:
1. Шоферҙарҙы үҙең дә һиҙмәҫтән “һәйбәттәр”гә һәм “насарҙар”ға бүлеү.
2. Рулгә ултырыу хәүефһеҙ тип яңылышыу, бер кем дә белмәҫ һәм аҙаҡ танымаҫ тип уйлау.
3. Тығындарҙың йыш һәм оҙайлы булыуы.
4. Насар юлдар.
5. Автомобиль етештереүселәр һәм реклама.
Кешенең тәбиғәте шундайҙыр инде: тирә-яғындағыларға бер тиң итеп ҡарай алмай, уның һымаҡ эшләмәгән йәки ҡылығы аңлайышһыҙ булғандарҙы сәйерһенеп ҡабул итә. Юлда ла шулай. Үҙ машинаң эсендә хәүефһеҙ тип уйлау, нигеҙҙә, ҙур “джип” хужаларына хас, улар яғынан тупаҫлыҡ бәләкәйерәк автомобилдәр менән сағыштырғанда йышыраҡ күҙәтелә.
Насар сифатлы юл да тупаҫлыҡты арттыра. Ундай юл тиҙлекте арттырыу мөмкинлеген тотҡарлай, автомобилде туҙҙыра, ә уның асыуын шоферҙар йыш ҡына тирә-йүндәгеләргә ҡайтарып ҡалдырырға тырыша.
– Автомобиль йөрөтөүсе булараҡ, Мәскәүҙә һәм Рәсәйҙең башҡа ҙур ҡалаларында юлдағы тупаҫлыҡты һәм тәртипһеҙлекте йыш күҙәтәм, был хәүефһеҙлекте ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, – ти Рәсәй Федерация Советы ҡарамағындағы Йәш закон сығарыусылар палатаһының Закондар сығарыу комитеты рәйесе урынбаҫары Евгений Малеев. – Башҡа шоферҙарға йоҙроҡ менән ташланыусыларға ҙур штраф һалынырға тейеш. Мин ошондай закон проектын тәҡдим итергә әҙерләнәм.
Уның әйтеүенсә, автомобилдәрен юл һыҙатында уҡ туҡтатып әрепләшеүселәрҙән 5 000 һумға саҡлы штраф түләтергә, ә йоҙроҡ ҡулланыусыларҙы бер йылғаса йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итергә тәҡдим индереләсәк.