Ниндәй диск яҡшыраҡ15.01.2016
Ниндәй диск яҡшыраҡ Ҡойоп эшләнгән дисктар

Өҫтөнлөгө:
lулар матурыраҡ күренә, автомобилде лә “олпатыраҡ” итә;
lшул уҡ үлсәмдәге штампланған дисктарға ҡарағанда күпкә еңелерәк;
lавтомобилдең подвескаһына көсөргәнешлек аҙыраҡ төшә;
lтормозға баҫҡанда инерция ваҡыты кәмерәк, тиҙләнеш динамикаһы яҡшыраҡ була;
lсоҡор-саҡырға эләккәндә тәгәрмәс үҙ урынына тиҙерәк ҡайта.

Кәмселеге:
lмурт. Ныҡ бәрелгәндә бындай дисктар йәмшәймәй, ә өлөшләтә һына йәки онтала;
lтәгәрмәстең балансы боҙолоу ҡурҡынысы бар, сөнки баланслаусы әйбер дисктың эске яғына йәбештереп ҡуйыла, шуға күрә улар йыш ысҡыныусан;
lюлһыҙ ерҙә йөрөгәндә йәбешкән батҡаҡ кипкәс тә дисктан төшмәй һәм уның балансты боҙоуы ихтимал.

Ниндәй диск яҡшыраҡШтампланған дисктар

Өҫтөнлөгө:
lҡойоп эшләнгән дисктарға ҡарағанда ике-өс тапҡырға арзаныраҡ;
lныҡ бәрелгән осраҡта фәҡәт йәмшәйә, йәғни подвескаға һәм руль механизмына көс аҙыраҡ төшә;
lйәмшәйгән дискты күпселек осраҡта ҡабат элекке рәүешенә ҡайтарыу мөмкинлеге бар.

Кәмселеге:
lтышҡы күренеше әллә ни матур түгел. Хәйер, был кәмселекте ундай дисктарға декоратив ҡалпаҡтар ҡуйып йәшерергә мөмкин;
lҡойоп яһалған дисктарға ҡарағанда ауырыраҡ, шул арҡала автомобиль подвескаһының хеҙмәт итеү ваҡыты аҙая;
lулар тиҙ тутыға, бигерәк тә ҡышын юлға һибелгән тоҙға, шулай уҡ дымға бирешә.


Вернуться назад