Яңылыҡтар15.01.2016
Яртылаш түләү һәйбәтерәк
Быйыл 1 ғинуарҙан водителдәр өсөн индерелгән яңылыҡтар араһында иң мөһиме шул, моғайын: әгәр ҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн автоинспектор һалған штрафты 20 көн эсендә түләһәң, сумманың яртыһын ғына биреп ҡотолорға мөмкин.
Дөрөҫ, был ҡағиҙә түбәндәге осраҡтарға ҡағылмай:
– тейешле рәүештә теркәлмәгән йәки техник күҙәтеү үтмәгән автомобилгә идара иткәндә ҡабаттан тотолһаң;
– иҫерек килеш рулгә ултырһаң йәки автомобилеңде эскән кешегә идара итергә биреп торһаң;
– билдәләнгән тиҙлек сиген ҡабат боҙһаң;
– светофорҙың тыйыусы сигналына ҡабат үтеп китһәң;
– ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыуың тағы бер тапҡыр теркәлһә;
– юл ҡағиҙәләрен боҙоуың арҡаһында кемдер еңел йәки уртаса тән йәрәхәте алһа;
– иҫерек килеш рулгә ултырғанда тотолоп та медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан осраҡта.
Мәскәүҙә электробустар йөрөйәсәк
Мәскәү ҡалаһы быйыл күпләп электробустар һатып ала башлаясаҡ.
Ҡала башлығы урынбаҫары Максим Ликсутов билдәләүенсә, троллейбустар бик яй йөрөй һәм урамдағы хәрәкәтте тотҡарлай, шуға ла, нигеҙҙә, мегаполистың үҙәген хеҙмәтләндергән 40-лап троллейбус урынына бер нисә йөҙ электробус алмаҡсылар. Мэр урынбаҫары әйткәнсә, “ил баш ҡалаһы беҙҙең сәнәғәттән яҡшы сифатлы продукция көтә”.
Автомобиль йүнәтеү
урындары арта
Былтыр Өфөлә автосервистар күбәйгән. Был илдәге дөйөм тенденцияны сағылдыра. Иҡтисад аналитиктары көрсөк мәлендә автомобиль ремонтлау предприятиеларының әһәмиәте артыуы хаҡындағы дәлилде тикшереп, уның ысынбарлыҡҡа тура килеүен раҫланы.
Баҡһаң, бындай ауыр осорҙа яңы автомобилдәр һирәгерәк һатып алына, күптәр электән йөрөткән автомобилен ремонтлау менән генә ҡәнәғәтләнә икән.
Аналитиктар илдең 500 меңдән ашыу кеше йәшәгән 35 ҡалаһын сағыштырған. Ун ай эсендә автосервистар һаны уртаса 19 процентҡа артҡан.
Иң ҙур үҫеш Краснодарҙа — 45 процент (бөтәһе 376 техник хеҙмәтләндереү станцияһы). Икенсе урында Ярославль — 43 процент (143 автосервис), өсөнсөлә Мәскәү — 39 процент (2882).
Өфө исемлектең 18-се урынын биләй: бында 94 автосервис предприятиеһы бар, уларҙың һаны 17,3 процентҡа артҡан.
Бензинға хаҡ
тағы күтәрелә
Эксперттар билдәләүенсә, 2016 йылда Рәсәйҙә бензин хаҡы 5-10 процентҡа артыуы ихтимал.
Был беҙҙең илдең йыл башынан алып “Евро-5” стандартына күсеүе һәм, шуға ярашлы, бензин хаҡындағы акциздың да күтәрелеүе менән аңлатыла.
Иҫке – тимәк, арзаныраҡ
Илебеҙ автобаҙарында уҙған йыл 1,5 миллион яңы автомобиль һатылған, йәғни эксперттарҙың күҙаллауы дөрөҫкә сыҡманы: улар был күрһәткес 1,9 миллион дана булыр тип көткәйне.
Иҡтисади көрсөк арҡаһында Рәсәйҙә быйыл да яңы автомобилдәр һатыу кәмейәсәк, халыҡ, нигеҙҙә, тотонолған машина алыуға өҫтөнлөк бирәсәк, сөнки улар арзаныраҡ. Автозаводтар ҙа абруйы булмаған моделдәрҙән ҡотолоу сараһын күрә башлаясаҡ.