Һорау-яуап15.01.2016
Йәйәүлене
һәр саҡ үткәр
– Минең балама 8 йәш, уны автомобилдең алғы ултырғысында йөрөтә аламмы? Артта ултырһа, креслонан төшмәгәнме, ҡайышы эләктерелгәнме икәнлеген күҙәтеп барыу ҡыйыныраҡ.
– Эйе, баланы автомобилдең алғы ултырғысында ла йөрөтөргә мөмкин. Әлбиттә, ҡайыш 12 йәше тулмаған баланы креслоға, ә уныһын ултырғысҡа беркетерлек итеп эләктерелергә тейеш.
* * *
– Әгәр ҙә автомобиль хужаһы эргәмдә ултырһа, миңә уның машинаһына идара итеү тыйылмаймы? Йөрөтөү танытмам бар.
– Тыйыла. Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.37-се статьяһына ярашлы, бының өсөн штраф ҡаралған.
* * *
– Ҡыш автомобилдә йәйге резиналы тәгәрмәстә йөрөгән өсөн ниндәй штраф ҡаралған?
– Уның өсөн штраф юҡ.
* * *
– Йәйге резиналы тәгәрмәсте ҡышҡыһына алмаштырыу буйынса тәғәйен ваҡыт билдәләнгәнме?
– Юҡ.
* * *
– Транспорт сараһын теркәү тураһындағы документ юғалһа, уны ҡабат юллап алыу өсөн ниндәй белешмәләр кәрәк? Бының өсөн автомобилде Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы майҙансығына килтереү мотлаҡмы?
– Юғалғаны урынына яңы теркәү танытмаһы алыу өсөн транспорт сараһының паспортын, хужаның паспортын төп нөсхәлә күрһәтергә һәм пошлина түләү тураһындағы квитанцияны бирергә кәрәк. Автомобилде ҡарау талап ителмәй.