Боронғолар машинаһыҙ нисек өлгөрҙө икән?..15.01.2016
Боронғолар машинаһыҙ нисек өлгөрҙө икән?.. Хәтерләйһегеҙҙер, Боярскийҙың бер йырында “Илле ат көсөнә тиң моторы булған машинала елдерәм, ә олатайым бер ат егелгән арбала һәр урынға өлгөргән...” тигәнерәк һүҙҙәр бар. Урамдарҙа автомобилдәр бер-береһенә ҡамасаулай, ашығыс эш менән йөрөгәндә, ысынлап та, күберәк тығындарҙа ултыраһың, барыр ереңә, ниһайәт, килеп еткәс тә “тимер ат”ыңды ҡуйырға урын таба алмай күпме ваҡыт уҙғараһың! Автомобилдең йәйәүлене ҡыҫырыҡлап сығара барыуы – хәҙерге замандың хайран ҡалырлыҡ күренеше...
Тәүге тапҡыр рулгә ултырып оло юлға сыҡҡанын һәр кем иҫләйҙер. Мин беренсе тапҡыр 1991 йылда яңы һатып алған иҫке генә “Москвич-2140” автомобилендә ҡот осҡос алыҫ араға – Красноусол ҡасабаһына – үҙаллы йүнәлдем. Ҡала урамы автомәк­тәптәге өйрәнсек юлдан ныҡ айырыла булып сыҡты. Беренсенән, юл ҡағиҙәләрен бер кем дә үтәмәй. Ул саҡта, машиналар аҙ булғанғамы икән, юл аша сыҡҡанда светофорҙа ниндәй төҫ яныуына бөтөнләй иғтибар итмәй инек. Баҡһаң, шоферҙарға был һис оҡшамай икән! Икенсенән, сетерекле хәлдә кәңәш һорар өсөн эргәлә инструктор юҡ. Ул саҡта янымда ултырған ҡатынымдың бер инструкторҙан да кәм булмауын белмәй инем. Уның үҙенең бер ҡасан да машина йөрөтмәүе һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мәктәп уҡыусыһы кимәлендә генә белеүе был осраҡта мөһим түгел. Бында иң мөһиме шул: ҡатының әйткән иҫкәрмәләрҙең ҡайһы береһе юл йөрөгәндә дөрөҫ булып та ҡуя.
Кибет эргәһендә туҡтап, ризыҡ алып сыҡҡас та, ҡабат юлға төшөп китеү үтә хәүефле маневр булып күренде. Тәжри­бәһеҙ шоферға әле ярты километр самаһы алыҫлыҡта булған машина ла бик яҡын һымаҡ тойола. Хәҙер генә ул бер-береһенә терәлә яҙып килгән машиналар ағымына ҡушылғанда, һул яҡ “поворотник”ты тоҡандыраһың да ошо ташҡынға ҡыҫылып инә лә башлайһың. Бүтән сара юҡ – был ағымдың ҡасан туҡтағанын көнө буйы көтөргәме ни... Килтереп бәрһәләр, автоинспектор һине ғәйепле итәсәк, әлбиттә, ләкин теге автомобиль хужаһына страховка компанияһы түләйәсәк бит. Шуныһы ғына бар: ОСАГО полисын оҙайтырға барғанда был компания ошо аварияны иҫәпкә аласаҡ һәм сираттағы осор өсөн күберәк түләтәсәк. Ләкин тағы шул уҡ компанияға барырға мине кем мәжбүр итә? Ундай страховка ойошмалары быуа быуырлыҡ. Дөрөҫ, улар клиенттар тураһындағы мәғлүмәт менән үҙ-ара уртаҡлаша һәм, аварияла ғәйепле булыуыңды барыбер йәшереп ҡалып булмай, тиҙәр. Тик мин был компанияларҙың үҙ-ара шулай теләктәш булыуына шикләнәм. Быны раҫлаған осраҡҡа тура килгәнем юҡ әле. Унан һуң, яңы компанияла ла миңә шунда уҡ былтырғы ғәйеп өсөн “штраф балдары” түләргә тәҡдим итәләр икән, элекке компанияма кире китергә лә хоҡуғым бар. Бөгөн страховкалау­сыларҙың һәр клиент өсөн көрәшеүе сер түгел.
“Ҡабырғама” килеп бәрелергә мәжбүр булған шофер өсөн дә был ваҡиға һәр төрлө мәшәҡәттәрҙән башҡа бер нәмә лә бирмәй. Беренсенән, ул ярты көн ваҡытын патруль хеҙмәте полкында үткәрәсәк. Ашығыс эше булған йәки ҡайҙалыр осрашыу сәғәте-минуты тәғәйенләнгән кеше өсөн был – үҙе үк көтөлмәгән бәлә. Унан һуң страховка ойошмаһында документтар тултырыу, автомобилгә экспертиза үткәреү, ремонт өсөн ҡасан аҡса түләгәндәрен көтөү (ә ремонт өсөн сығымды страховка компанияһы, ҡағиҙә булараҡ, тулыһынса ҡапламай), автосервисҡа йөрөү... Ҡыҫҡаһы, әлеге ағымға ҡушыла башлағанда, берәүҙең дә һине “һөҙөргә” теләге юҡ икәнен шунда уҡ самалайһың. Уларҙың үҙҙәренә лә әленән-әле минең хәлдә булырға тура килә бит.
...Аҡкүл станцияһы аша уҙыуға тимер юл разъезы ла күренде. Семафор ҡыҙыл төҫтә булғас, туҡтаным. Биш минут көткәс, ҡуҙғалып китергә булдым: ике яҡта һис бер поездың ҡойроғо ла күренмәй, ә семафор, бәлки, көнө буйы янып торор... Яйлап йөрөргә мин хәҙер йәйәүле түгел бит. Их, ашыҡҡан – ашҡа бешкән, тип боронғолар бигерәк дөрөҫ әйткән шул – разъездың аръяғында бер төркөм кеше автобус көтөп тора ине, мин рельстар өҫтөнән үтеү менән ошо халыҡ араһынан, аҡлы-ҡаралы таяғын болғай-болғай, ике автоинспектор килеп сыҡты.
Уларҙың мине туҡтатыуы бәләнең башы ғына булған икән әле. Водитель танытмаһын алайым тип, элеп ҡуйылған пинжәгемә үрелһәм... ул урынында юҡ! Өйҙә тороп ҡалған, ҡәһәрең... Автоинспектор ҙа ғәжәпләнгән һымаҡ булды: йөҙөмә ҡараһаң, һис тә автомобиль ҡыуып алып китеүсегә оҡшамағанмын. Ахырҙа мине: “Ярай, бүтән улай онотоп йөрөмәгеҙ”, – тип оҙатып ҡалдылар. Бер ниндәй штраф та юҡ! Хәҙер генә ул документтарың булмаған осраҡта һин кеше лә түгел, ә ул замандарҙа паспортты, мәҫәлән, бөтөнләй тиерлек йөрөтмәй инек. Разъездағы ҡыҙыл семафорға үтеп китеү – юл ҡағиҙәһен тупаҫ боҙоу, ләкин, минең беренсе көн рулдә юлға сыҡҡанымды белгәс (һүҙгә генә ышанып!), бының өсөн дә штраф сәпәп торманылар.
Ә бөгөн булһа... Штраф та ул саҡтағы тиндәр һымаҡ ҡына түгел, автомобилеңде лә махсус туҡталҡаға алып китәсәктәр, унда тағы бер түләү көтә... Беҙҙең заманда аҡса түләү мәсьәләһе лә мөһим түгел әле, Рәсәй юлдарында йыл һайын 30 меңләп кеше һәләк була – бына фажиғә ҡайҙа!..
Их, боронғо заман булһа, ат егеп, арбаға ҡырын төшөп ятып сығып китер инек, һис ниндәй әҙәм документ һорамаҫ, бер светофор ҙа осрамаҫ, “автоинспектор” тигән һүҙҙе ишеткән дә юҡ, ә киләсәктә ни өсөн штраф түләтәсәктәре тураһында берәүгә лә аңлатып төшөндөрөп булмаҫ ине...




Вернуться назад