“Эшһеҙ тора алмайбыҙ”15.01.2016
“Эшһеҙ тора алмайбыҙ” Малаяҙ ауылындағы Ҡушаевтар йәшелсәселек, малсылыҡ менән ихлас шөғөлләнә. Бер ҡыйыҡ аҫтында өс быуын вәкилдәренең бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп көн күреүенә һоҡланып туймаҫлыҡ.

Рәмилә менән Рәшит Ҡушаевтарҙың бергә йәшәүенә – 53 йыл. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән улар. Хәҙер инде 11-се ейәнен һөйөү бәхетен татыйҙар.
– Һис тә эшһеҙ тора алмайбыҙ, – ти өлкәндәр. – Баҡсаға, аҙбарға сығып әйләнмәһәк, ауырый башлайбыҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт. Хеҙмәт һөйһәң, өҫтәлең дә мул була. Уңышты үҫтереүен-үҫтергәс, һата ла белергә кәрәк. Йәй-көҙ был эш менән ныҡлы шөғөлләнәбеҙ. Яҡташта­рыбыҙ тап беҙҙекен алырға ынтылып тора.
Ҡушаевтар – дини ғаилә.
– Һәр эшебеҙҙе “бис­мил­ләһ”тән башлай­быҙ, – ти улар.






Вернуться назад