Киләсәкте уйлап03.03.2012
Бөгөн тормошобоҙҙо Интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Интернет кешеләргә эшләргә, уҡырға, ижад итергә, сикһеҙ аралашырға киң юл асты. Бик күп проекттар ошо донъя селтәре аша ғәмәлгә ашырыла. Улар араһында йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы эш башҡарған социаль йүнәлешлеләре лә бихисап. Әммә был проекттарҙы күпселек белмәй ине. 2012 йылдың 15 ғинуарынан 15 февраленә тиклем “Уфанет” компанияһы “Беҙ — Интернетта” конкурсын уҙғарҙы һәм бынамын тигән Интернет-проекттарҙы асыҡланы.
Быйылғы конкурстың үҙенсәлеге шунда: уны ойоштороуҙа “Уфанет” компанияһына Ырымбур өлкәһе хөкүмәте, Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ярҙам иткән, жюри ағзалары ла ике төбәктән булған. Интернет-проектта ҡатнашҡан 164 төркөм үҙенең эшен тәҡдим итеп, шуларҙың 66-һы араһынан иң-иңдәре билдәләнгән. Конкурсҡа килгән проекттарҙы тәүҙә Интернет-тауыш биреү юлы менән баһалағандар, барлығы 4 мең кеше үҙ баһаһын ҡуйған. Һуңғы этапта еңеүселәр түбәнге номинацияларҙа билдәләнгән: “Минең тормош позициям”(сәләмәт тормошто, спортты халыҡ араһында таратыуға йүнәлтелгән эштәр) – “Юғалған баланы эҙләү”, I урын, Ырымбур ҡалаһы; “Балалар – беҙҙең киләсәк” (мәғариф, тәрбиә мәсьәләләренә арналған эштәр) – “Беҙҙең балалар” мәрхәмәтлек фонды, I урын, Өфө; “Тигеҙ мөмкинлектәр донъяһы” (мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеүсе Интернет-проекттар) – “Өфө әсәләренең изге эштәре”, I урын, Өфө; “Планета – беҙҙең йорт”(экологик хәлде яҡшыртыуға, тирә-яҡ мөхитте төҙөкләндереүгә, хайуандарҙы ҡотҡарыуға һ.б. йүнәлтелгән эштәр) – “Дүрт аяҡлылар” хайуандарға ярҙам итеү фонды, I урын, Стәрлетамаҡ; “Ата-әсәңде онотма” (өлкәндәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән Интернет-проекттар) – “Йылдарым – байлығым”, I урын, Туймазы.
– Бизнесты килем сығанағы тип иҫәпләйҙәр. Минеңсә, был тар ҡараш. Ул – үҫеш, берәй ойошманың ғына түгел, ә йәмғиәттең үҫеше. Социаль йүнәлешле Интернет-проекттар башҡарған йәштәрҙе, шәфҡәтлелек төркөмдәрен нисек иғтибарға алмаҫҡа мөмкин?! Улар бит киләсәк тураһында уйлай. Бындай проекттар тик хуплауға лайыҡ, – тине “Уфанет” компанияһы етәксеһе Искәндәр Бәхтийәров. Башҡа сығыш яһаусылар ҙа ошо фекерҙе хупланы.
Ф. Ҡылысбаев.


Вернуться назад