Ғаиләң ҡәлғәме, әллә бары һөлдәме?15.01.2016
Ғаиләң ҡәлғәме, әллә бары һөлдәме? Ҡыҙым менән паркта йөрөйбөҙ. Эргәбеҙгә Азалия исемле ҡыҙыҡай килде лә күҙ йәше аралаш атаһы хаҡында һөйләй башланы. “Бөгөн дә миңә ҡайыш эләкте. Ҡустымдың тыңлашмағаны өсөн тағы мин ғәйепле. Ә әсәйем бер нимә лә өндәшә алмай, юғиһә үҙе әрләнеп туҡмаласаҡ...”

Баланы хәүеф-хәтәр һағалай

Мәктәптә уҡып йөрөгән ҡыҙ менән яңы урынға йәшәргә күскәндән танышбыҙ. Тәү күргән көндән алып ул мәктәптәге һәм өйөн­дәге хәлдәр тураһында һөйләй ине. Был юлы ла, беҙҙән яҡлау эҙләгәндәй, үҙенең аяныслы тормошон бәйән итте. “Миңә хәҙер ҡайҙа барырға?” – тип һораны ул. Ҡапыл нимә тип яуап бирергә лә бел­мәнем. Бер уйлаһаң, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге ошо Азалияларҙың һәм башҡа бәләкәстәрҙең именлегенә бәйле. Уларҙың хоҡуҡтары байрам көндәрендә генә түгел, гел яҡланырға тейеш. Балалар һәм үҫ­мер­ҙәр – киләсәктә йәмғиәтебеҙҙең төп терәге. Быуындар араһында үҙ-ара тығыҙ бәйлә­неш булғанда һәм улар бер-береһен аңлағанда ғына тотош донъяның ныҡлы­ғына нигеҙ һалына бит.
Тормошобоҙҙан күренеүенсә, йәмғиәттә йоғонтоло саралар ҡулланылһа ла, бала­лыҡ өлкәһендәге хәлдәр борсолоу тыуҙы­рыуҙан туҡтамай. Гәзит уҡыусыларҙың күбеһе үҙҙәре бындай хәлдәргә шаһит булғаны барҙыр. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһын­дағы кодексының 5.35-се статьяһын һанға һуҡмау, йәғни ата-әсәлек бурысын тейе­шенсә атҡармағандарҙың байтаҡ булыуы йөрәкте өшөтә. Бер уйлаһаң, һәр ҡыҙ һәм малай өсөн тормоштарындағы иң кәрәкле терәк – ул ғаилә. Юҡҡа ғына йәмғиәтебеҙҙең был өлөшөн ҡәлғәгә тиңләштермәйҙәр, сөнки фәҡәт ошонда һәр баланың киләсәк­тәге үҙаллы тормошоноң йүнәлештәре һыҙатлана.
БМО-ның Генераль Ассамблеяһы 1989 йылда ҡабул иткән Бала хоҡуҡтары тура­һындағы конвенцияға ярашлы, 18 йәшкә тиклемгеләр бала тип иҫәпләнә. Шулай итеп, һәр кем тыуғас уҡ исемгә һәм граж­данлыҡҡа хоҡуҡлы. Өҫтәүенә ул ата-әсәһен белергә һәм уларҙың иғтибар-ихтирамына ҡойоноп үҫергә тейеш. Әгәр ғаиләлә ошо үрҙә әйтелгән төшөнсәләр һанға һуғылмай икән, ғәзиз балағыҙҙы ҡайҙалыр хәүеф-хәтәр һағалаясағы тураһында онотмағыҙ. Өйҙә булмаған наҙҙы урамда эҙләгән ҡыҙҙар менән малайҙарҙың енәйәтселәр ҡорбанына әйләнеүе өсөн күп кәрәкмәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “йәшел йылан”, наркотик һәм башҡа насар ғәҙәттәр менән дуҫ булған атай-әсәйҙәр ҙә юҡ түгел. Ә бит улар, ошо үрҙә әйтелгән документҡа ярашлы, балаларының яҡшы үҫеше өсөн ҡул­дарынан килгәнсә ярҙам итеү өсөн яуап­лы. Йәнде өшөттөргәне шул: әгәр ҡайһы бер атай-әсәйҙәр (уларҙы хатта шулай тип әйтергә тел дә әйләнмәй) үҙҙәре социаль реабилитациялауға, дәүләт ярҙамына мохтаж икән, уларҙың ғәзиз балаларына ҡайҙа барып һыйынырға һуң?

Йылы һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ

Һуңғы осорҙа ваҡытлы матбуғат саралары, радио-телевидение бәлиғ булмаған­дарға ҡарата ҡылынған енәйәттәр хаҡында күп хәбәр итә. Иң аяныслыһы шул: ата-әсәләр үҙҙәре балаларына ҡарата енәйәт ҡыла. Былтыр Рәсәйҙә – 14 мең, Башҡорт­ос­танда ике меңдән ашыу бала енәйәтселек ҡорбанына әйләнгән. Мәҫәлән, Күмертау ҡалаһындағы хәл барыһын да шаңҡытты. Әзмәүерҙәй ике ир биш кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Уларҙың өсәүһе – бәлиғ булмаған­дар. Енәйәтселәр, балаларҙы бысаҡ менән сәнскеләп, мәйеттәрен яндырырға ты­рышҡан.
Прибельский ҡасабаһындағы хәлгә лә иҫең китер. 40 йәше тулып үткән әҙәм аҡ­тығы ике йәшлек сабыйҙы мәсхәрәләгән... Бынан тыш, былтыр Өфөлә мәктәптә уҡы­ған ҡыҙ баланың ғүмере аяныслы өҙөлдө.
Ошондай енәйәттәргә юл ҡуймау өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары ата-әсәләргә, өлкәндәргә түбәндәге кәңәштәрҙе инҡар итмәүҙе һорай:
l Кеҫә телефоны ла ғәзиз балағыҙҙы хәүеф-хәтәрҙән һаҡлай ала. Сымһыҙ бәй­ләнештең “Радар” йәки “Радар+” хеҙмәттәре уңайлы. Уның аша ҡыҙығыҙҙың йәки улығыҙҙың ҡайҙа икәнлеген белеп була.
l Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, шәхси һаҡсы яллағыҙ.
l Бала сит кешеләр менән бәйләнешкә инмәһен.
l Кеше күп йыйылған урындарҙа бе­рәй енәйәтсе бәйләнгән осраҡта: “Һин минең атайым түгел”, “Мин һине белмәйем” тигән кеүегерәк һүҙҙәрҙе ҡысҡырыу кәрәк­леге хаҡында өйрәтегеҙ.
l Балағыҙ яҡшы таныш кешеләрҙең ге­нә машинаһына ултырһын.
l Ҡыҙығыҙҙың тышҡы ҡиәфәте, кейеменең сағыу булыуы енәйәтселәрҙең иғтибарын йәлеп итмәһен.
Ошо кәңәштәр, бәлки, ғәзиз балағыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер.
Халыҡтың матди хәленең насарайыуы, алкоголизм, наркомания, балалар берә­ҙәклеге, уларҙың хоҡуҡтарын һанға һуҡ­мау – ошондай кире күренештәр тотош илдең милли именлегенә хәүеф менән янай. Ә Бала хоҡуҡтары тураһындағы конвенцияла бала бойондороҡһоҙ шәхес булараҡ иғлан ителә. Шул уҡ ваҡытта ул – йәмғиәтебеҙҙең иң нескә, яҡлауһыҙ өлөшө. Әйҙә, ана участка уполномоченныйҙары, опека органдары, уҡытыусылар иң башта имен булмаған ғаиләләрҙәге балаларҙы яҡлаһын, тип әйтер ҡайһы берәүҙәр. Ғә­ҙәттә, берәй фажиғә теркәлһә, тап ошо һөнәр эйәләренә ғәйеп өйә башлайҙар. Йәнәһе, улар бар хәлде күрә-белә тороп, сара күрмәгән. Ә закондар, шул уҡ Рәсәй Конституцияһы ла, тота килеп балаларҙы ғаиләһенән тартып алырға ҡушмай. “Сабый ғаиләлә йәшәргә тейеш” – талап бына шундай. Ниндәйҙер сәләмәт булмаған ғаиләнән баланы тартып алыу өсөн дә тәү сиратта суд ҡарары кәрәк. Ә уның өсөн, үҙегеҙ беләһегеҙ, күп ваҡыт талап ителә. Тап ошо арауыҡта берәй фажиғәнең теркәлеүе ихтимал. Өҫтәүенә, Рәсәй Конституцияһына ярашлы, һәр милек, шәхес тейелгеһеҙ. Мә­ҫәлән, шул уҡ күҙәтеүсе органдар алдында шап итеп ишек ябылған икән, бер кемдең дә фатирға емереп инеү хоҡуғы юҡ.

***
Бала хоҡуҡтары тураһындағы конвенцияны ҡабул итеүгә 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Әммә әле һаман уға бәйле мәсьәләләр хәл ителмәгән. Ҡабул ителгән закондарға өҫтәмәләр индереп, тағы камиллашты­рыр­ға, балаларға ҡарата көс ҡулланғандарға язаны ҡатыландырырға һәм был өлкәлә иҫкәртеү эштәрен алып барырға кәрәк. Шулай ҙа бала мәнфәғәттәре, хоҡуҡтары иң башта ғаиләлә яҡланһын, һаҡланһын. Ҡыҙҙарыбыҙ, улдарыбыҙ өсөн ғаилә һөлдә ишараты ғына түгел, ысын мәғәнәһендә ҡәлғәгә әйләнһен. Ә был эш һәр беребеҙҙең ҡулынан килерлек.


Вернуться назад