Йылды еңеүҙәрҙән башланыҡ15.01.2016
Йылды еңеүҙәрҙән башланыҡ Баш ҡалала республика журналистары араһында ойошторолған конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Бүләкләү тантанаһы Рәсәй матбуғаты көнөндә уҙҙы.
Ижади конкурс еңеүсе­ләренә дипломдар һәм приз­дар тапшырылды. Республика гәзит-журналдары һәм федераль киң мәғлүмәт сараларының төбәк ҡушым­талары араһында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын яҡ­тыртыу буйынса бәйгелә “Башҡортостан” гәзите беренсе урынды яуланы. Ҡала, берләштерелгән һәм район киң мәғлүмәт саралары ара­һында ошо уҡ номинацияла “Абзелил” гәзите еңеүсе тип табылды. Электрон киң мәғ­лүмәт саралары араһында тәүге урын “Хәтерләйбеҙ! Ғорурлана­быҙ!” телемарафоны һәм “Бөйөк Еңеү” промороликтары серияһы өсөн Башҡорт­ос­тан юлдаш телеканалына бирелде.
Йылды еңеүҙәрҙән башланыҡРеспублика гәзит-журналдары араһында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында беренсе урынды “Башҡортостан ҡыҙы” журналы, ҡала, берләште­релгән һәм район киң мәғ­лүмәт саралары араһында Асҡын мәғлүмәт үҙәге алды. Электрон киң мәғлүмәт саралары өсөн номинацияла “Бельские просторы” журналы сайты еңеү яуланы. Әҙәбиәт йылын әүҙем яҡ­тыртҡаны өсөн “Ватандаш” журналының бүлек мөхәр­рире Эльвира Халиҡова махсус бүләккә лайыҡ булды. “Учалинская газета” “Атла, китап!” акцияһы өсөн Әҙә­биәт йылын иң яҡшы яҡ­тыртыу конкурсында махсус приз менән бүләкләнде.
Киң мәғлүмәт сараларында дәүләт теле һәм төбәк халыҡтары телдәре проблемаларын иң яҡшы яҡтыртыу һәм пропагандалау конкурсында “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, “Баш­ҡортостан”, “Туймазинский вестник” гәзиттәре һәм “Башҡорт телен өйрә­нәм” проекты өсөн Башҡорт­остан юлдаш телеканалы үҙ номинацияларында юғары наградаларға лайыҡ булды.
“Башҡортостан”, “Киске Өфө”, “Янаульские зори” һәм “Караидель” гәзиттәренең сайттары иң яҡшыһы тип танылды.




Вернуться назад