1 мартта торлаҡты бушлай хосусилаштырыу тамамлана. “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 1 196 970 кеше торлаҡ фондындағы 560 446 объектҡа хоҡуғын теркәгән. 2013 йылда Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, был эштең әүҙемләшеүе күҙәтелгәйне. 2014 йылда иһә күрһәткестәр бер аҙ түбәнәйгән. 2015 йыл башында бушлай хосусилаштырыу ваҡытының тамамланыуы хаҡында сираттағы тапҡыр иғлан иткәс, граждандарҙың милеккә бәйле мөрәжәғәттәре һаны ҡырҡа артҡан. Уҙған йылдың һуңғы айҙарында хоҡуҡ теркәүселәр һаны өс меңдән ашыу тәшкил иткән.
Теркәү ведомствоһында хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡты бушлай хосусилаштырыу 2007 йылдың 1 ғинуарында яңы Торлаҡ кодексы ҡабул ителгәс тамамланырға тейеш ине. Әммә уның ваҡыты бер нисә тапҡыр оҙайтыла килде.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.