Иҫкенән — яңыға15.01.2016
Башҡортостан Хөкүмәте 2015 – 2018 йылдарға иҫәпләнгән граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереүҙең адреслы республика программаһына үҙгәреш индерҙе.
Рәсәйҙең Торлаҡ кодексына ярашлы эшләнгән был программа авария хәлендәге күп фатирлы йорттарҙан халыҡты күсереүгә һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Уға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды ҡатнашҡан программала ҡаралмаған авария хәлендәге йорттар индерелгән. Программаның өсөнсө этабында өҫтәмә рәүештә Өфө ҡалаһындағы, Әлшәй, Бәләбәй, Илеш, Шишмә һәм Яңауыл райондарындағы иҫке йорттарҙан халыҡты күсереү күҙаллана.