Тәҡдимдәре хуплау таба15.01.2016
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар менән кәңәшмәлә тәҡдим ителгән закон проекттары һәм ҡабул ителгән закон сығарыу инициативалары күләме буйынса парламентыбыҙҙың Рәсәйҙә әүәлгесә алдынғылыҡты биләүен билдәләне.

Дәүләт Думаһының закон сығарыу эшмәкәр­леген тәьмин итеүҙең автоматлаштырылған сис­темаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл 11 ғин­уарға Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы 34 закон проекты тәҡдим иткән. Шуларҙың дүртәүһе закон статусын алған. Ҡайһы бер проекттар беренсе уҡыуҙа хупланған, уларҙың тиҙҙән ҡабул ителеүе көтөлә.
Рәсәйҙә иң күп проекттарҙы Карелия һәм Санкт-Петербург парламентарийҙары индергән. Питер депутаттарының өс башланғысы ҡабул ителеп, закон дәрәжәһенә эйә булған. Ҡырым депутаттары иһә Рәсәй составында эшмәкәр­леген башлағандан алып 16 инициатива тәҡдим иткән. Шуларҙың дүртәүһе хупланған.
— Волга буйы федераль округында ла, тотош ил кимәлендә лә тәҡдим ителгән закон проекттары һәм Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителгән закондар һаны буйынса алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыуыбыҙ ҡыуаныслы хәл, – тине Кон­с­тантин Толкачев. – Был тикшерелгән мәсьә­ләләргә етди мөнәсәбәт булыуы, доку­менттарҙы сифатлы әҙерләү хаҡында һөйләй. Думаға индергән тәҡдимдәребеҙҙең күбеһе Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге коллегаларыбыҙҙың, шулай уҡ башҡарма власть органдарының норматив хоҡуҡ акттарында сағылыш тапты.


Вернуться назад