Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө — байрам. 7 мартта эш оҙайлылығы 1 сәғәткә ҡыҫҡара.
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыу өсөн быйыл ял көнө йәкшәмбе, 11 марттан йома 9 мартҡа күсерелә.
Шулай итеп, байрам көндәренә бәйле Башҡортостан Республикаһында 8, 9, 10 март ял көндәре булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көнө — 8 март отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Л. ФӘРИТОВА.