Саҡмағош джентльмены15.01.2016
Саҡмағош  джентльмены Доцент, Косой, Хмырь, Василий Алибабаевич... Ошо ҡушаматтарҙы телгә алғас, кем хаҡында һүҙ барғанын, моғайын, шәйләгәнһегеҙҙер. Эйе, былар барыһы ла — беҙ яратып ҡараған “Уңыш джентльмендары” (“Джентльмены удачи”) комедияһы геройҙары. Төрлө мутлыҡ ҡылып, төрмәгә эләккән Василий Алибабаевичтың образы бигерәк тә ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан. Ә шул ролде башҡарған актер Раднэр Моратовтың беҙҙең яҡташ булыуы хаҡында күптәр белмәйҙер әле. Уның атаһы Зиннәт Моратов – Саҡмағош районының Яңы Ҡалмаш ауылынан.
Башҡортостанда тыуып үҫкән Зиннәт Ибәт улы Ленинградта политехник инс­титутҡа уҡырға инә. Шунда студент осоронда өйләнә. Бер аҙҙан йәштәрҙең ғаиләһендә буласаҡ актер донъяға килә. Атаһы сәйәси ҡарашлы булғанға, малайға Раднэр тигән исем ҡуша (руссанан – радуйся новой эре). Коллегалары хәтер­ләүенсә, актер был исемде өнәп етмәгән. Үҙе менән Радик тип таныштырыр булған.
Зиннәт Ибәт улы артабан сәйәси май­ҙанда ҙур уңышҡа өлгәшә. Омск, Киров өлкәләрендә яуаплы вазифаларҙа эшлә­гәндән һуң, уны Татарстан партия өлкә комитетының беренсе секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Яҡташыбыҙ ун өс йыл дауамында күрше республиканың алыштыр­ғыһыҙ етәксеһе була. Ә инде улы сәнғәт юлын һайлай.
Саҡмағош  джентльменыРаднэр Моратов “Уңыш джентль­мендары” фильмынан һуң киң танылыу яулай. Әйткәндәй, актерға Василий Алибабаевич роле осраҡлы эләккән, тиҙәр. Сценарий авторҙары комедияны популяр кино йондоҙ­ҙары Леонов, Вицин, Крамаровҡа тәғәйенләп яҙған. Ә дүртенсе төп ролде — азиат кешеһен — Фрунзик Мкртчян уйнарға тейеш булған. Әммә Әрмән ССР-ының 50 йыллығын билдәләүҙә ҡат­нашҡан актерҙы Мәскәүгә киноға төшөргә ебәр­мәйҙәр. Режиссер аптырашта ҡала: көндәр үтә, ә комедияны һаман төшөрә баш­ла­майҙар. Ахыры, “Мосфильм” етәкселеге был проектты ябыу менән янап ҡуя. Шул саҡ режиссер киностудия коридоры буйлап китеп барған ҡуңыр йөҙлө ирҙе күреп ҡала. Тап шундай геройҙы эҙләйҙәр бит! Раднэрҙы һөйрәп тигәндәй грим бүлмәһенә индерәләр, ошо уҡ көндә Василий Алибабаевич роленә раҫлап та ҡуялар.
Шул картинала уйнаған ак­терҙар хә­тер­ләүенсә, комедияны төшөрөү бик күңелле барған. Шулай булмайса ни! Анау хәтлем корифейҙар ҡатнашһын да! Улар кинола бер-береһен рәхәтләнеп шаяртҡан. “Стоп! Снято!” тип әйтелгәндән һуң да туҡтамай көлдөргәндәр.
Төрмәнән ҡасҡан ирҙәр цемент цистер­наһында барған эпизодты хәтерләй­һе­геҙҙер? Ысынбар­лыҡта уның эсендә цемент шыйыҡсаһы түгел, ә кеүәҫ булған. Актерҙар рәхәтләнеп шунда ҡат-ҡат сумған, тиҙәр.
Әйткәндәй, Раднэрҙың тормошонда көтөлмәгән хәлдәр байтаҡ була. Ул тәүҙә хәрби училищела летчик һөнәрен үҙләш­терә. Әммә күҙе насарыраҡ күргәнлектән, уға күкте иңләү бәхете эләкмәй. Шул саҡта артислыҡҡа уҡырға тип дәртләнеп китә. Ошо ниәт менән Моратов кинематография институтына килә. Шунда институт алдын­дағы эскәмйәлә ултырып, тәмәке тартып алырға була. Егет көйрәтеп ултырғанда, янына ниндәйҙер ир килә лә тәмәке һорай. Шулай һөйләшеп китәләр.
Саҡмағош  джентльмены“Һеҙ институтҡа шул тиклем тексәйеп ҡарайһығыҙ. Уҡырға инергә уйлайһығыҙмы әллә?” – тип төпсөнә теге кеше. “Теләк бар ҙа ул”, — ти егет. “Ә нимә эшләй бе­лә­һең?” – тип һорай унан әңгәмәсеһе. Раднэр күп уйлап тормай, Маяковскийҙың шиғырын тасуири уҡып ишеттерә. Таныш булмаған ир уның уҡыуын оҡшата. “Иртәгә институтҡа килегеҙ. 122-се аудиторияла көтәм”, – тип әйтә лә юлын дауам итә. Баҡтиһәң, был легендар режиссер һәм педагог Михаил Ромм булып сыға.
Килешелгән ваҡытҡа Раднэр аудито­рияға килә. Һыу буйылай сиратты үтеп, уҡытыусы янына инә. Педагог кисә осрат­ҡан егетте шунда уҡ таный. “Был егетте уҡырға алам, — тип иғлан итә бөтәһе алдында. – Беләһегеҙме ни өсөн? Актерҙар курсына ҡабул ителгәндәр араһында бөтәһе лә йә аҡ йөҙлө, йә һипкелле. Ә ҡарараҡтар юҡ”. Шулай итеп, Раднэр Моратов Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтында уҡый башлай. Ошонда ул буласаҡ тормош иптәше Ленаны осрата.
Раднэр Зиннәт улы бик зирәк, аналитик фекерле шәхес булған, тип хәтерләйҙәр. Ул күп уҡырға яратҡан. Әгәр ҡайҙалыр гастролгә барһа, иң тәүҙә китап магазинына йүгергән. Шунан ҡунаҡхана бүлмә­һендә бикләнеп, йотлоғоп уҡыр булған. Яңы уҡылған китап­тарының йөкмәткеһен хеҙмәт­тәштәренә кинәнеп һөйләргә ярат­ҡан. Ә инде фатиры үҙе бер китапхананы хәтерләткән. Йәнә актер ат сабышын ҡа­рарға яратҡан. Барлыҡ эштәренән арынып, сәғәттәр буйына ипподромда ваҡытын үткәргән. Хәйер, хал­ҡыбыҙҙа атҡа һөйөү ҡандан киләлер...
Сатраш уйынында ла уға етеүселәр булмаған. Хатта шахмат буйынса донъя чемпионы Смысловты ла бер нисә тапҡыр еңгән икән! Раднэрҙың бындай маһирлығы арҡаһында күңелһеҙ хәлгә осрағаны ла була. Бер заман ул ҡаҙаҡ режиссеры, СССР-ҙың халыҡ артисы Шакен Айма­новтың киноһында төшә. Айманов та үҙен алыштырғыһыҙ шахматсы тип иҫәпләй. Шунда ул Раднэрға уйнап ҡарарға тәҡдим итә. Моратов ризалаша. Һәм... ун тапҡыр рәттән дәғүәсеһен еңә! Режиссер быны ауыр кисерә. Тәүҙә Раднэрҙы төшөрөргә ҡырҡа ҡаршы була. Бер нисә көндән тынысланғас, эште дауам итә. Әммә үпкәләү тойғоһо ҡала.
Элек актерҙарҙың фильмда төшөү иҫәбенә ҡарап эш хаҡы түләгәндәр. Бының өсөн уның исеме титрҙа күренергә тейеш булған. Киноға төшөп бөткәс, Раднэр, үҙенең исемен ҡуйырға онотмауҙарын үтенеп, теге режиссерға мөрәжәғәт итә. Шакен ризалығын белдерә.
Бер аҙҙан фильмды тапшырыу сараһы була. Режиссер башҡа актерҙар менән бергә Моратовты ла саҡыра. Кинотеатрҙа яңы фильмды күрһәтә башлайҙар. Тәүҙә экранда бөтөн артистарҙың исемдәре күренә, тик Раднэр Моратов был исемлектә ниңәлер булмай. Актерға ҡыйын булһа ла, борсолоуын күрһәтмәҫкә тырыша. Ә инде киноның аҙағындағы йәмһеҙ күренеш уны бөтөнләй шаҡ ҡатыра.
Киноның сюжеты буйынса, бабай һуғышта ҡатнашҡан улының ҡәберен оҙаҡ ҡына эҙләй. Фильмдың аҙағында ғына уны таба. Гүр өҫтөндәге таҡтаташта “Бында Раднэр Моратов ерләнгән” тигән яҙыуҙы ҙур итеп күрһәтәләр... “Шунан, үҙеңдең исемеңде күрҙеңме?” – тип мыҫҡыллап йылмая режиссер.
Бер нисә көндән киноның премьераһы була. Ошо уңайҙан Шакен Айманов Кино йортонда табын ойоштора. Инде тантана­ны башлайбыҙ тигәндә генә, “Госкино”нан шылтыратып, режис­серҙы ниндәйҙер документтарға ҡул ҡуйырға саҡыралар. “Байрам итә тороғоҙ, хәҙер киләм”, – тип Шакен сығып китә. Режиссер ныҡ ҡаба­лана, юл аша йүгереп сыҡҡанда, уны машина төрттөрөп китә. Шакен Айманов шунда уҡ йән бирә. Премьера уңайынан әҙерләнгән табын хәтер кисәһенә әүе­релә...
Ижади тормошонда Раднэр Зиннәт улы 150-ләп кинола ҡатнаша. Ләкин уларҙың күбеһе — икенсе пландағы персонаждар. Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: уға башлыса төрки халыҡтарҙы сағылдырған ролдәрҙе биргәндәр. Мәҫәлән, “Афоня” комедияһында – слесарь Марат Рәхимов, “Мәңгелек саҡырыу” (“Вечный зов”) сери­алында — Магомедов, “Алтын быҙау”ҙа (“Золотой теленок”) – Заһиров һәм башҡалар.
Яҡташыбыҙ 1979 йылда “Хистәрҙең кире ҡайтыуы” тигән мелодрамала ғына төп образды тыуҙыра. Халыҡ был фильм­ды йылы ҡабул иткәс, художество советы актерға “РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемде юллай. Әммә юғары вазифа биләп, дан-шөһрәт яулаған атаһы ҡаршы сыға. “Әле бындай дәрәжәгә башы йәш”, – тип аңлата Зиннәт Ибәт улы. Мәртәбәле дәүләт наградаһын актерға бары 1986 йылда ғына тапшыралар.
Уның “Уңыш джентльмендары” комедияһындағы әйткән байтаҡ һүҙҙәре халыҡ теленән төшмәй. Шундағы бер нисә лаҡабын хәтергә төшөрөү ҙә етә:
— “Эй, гражданина! Ты туда не ходи, сюда ходи. А то снег башка попадет, совсем мертвый будешь!”
— “Какой хороший цемент, не отмывается совсем!”
— “Кушать подано, садитесь жрать, пожалуйста!”
— “А в тюрьме сейчас ужин — макароны!”
Раднэр Зиннәт улы бик ябай кеше булған, тиҙәр. Ҡатыны менән айыры­лышҡас, башҡаса өйләнмәй. Дуҫтарының өгөтлә­үенә, кемгәлер димләүенә лә ҡаршы сыға. Анау хәтлем популяр актер булһа ла, ябай шарттарҙа йәшәй. Һуңғы йылдарында фатирында йүнле мебель дә, һыуытҡыс та, телевизор ҙа булмай.
Ғәҙәттә, комедия актерҙары тормошта, киреһенсә, етди була тигән ҡараш бар. Мәҫәлән, Вицин күңел асыу урындарына йөрөмәгән, халыҡ араһында ла күренеп бармаған, үҙ-үҙенә бикләнеп йәшәгән. Фрунзик Мкртчяндың яҙмышын да бәхетле тип атап булмай. Яҡташыбыҙ Раднэр Моратовтың да ғүмере фажиғәле тамамлана.
Раднэр Зиннәт улы байтаҡ йылдар Киноактерҙар театр-студияһында эшләгән. Илдәге үҙгәртеп ҡороу осоронда актерға йәшәү ауырға тура килә. Ашарға аҡсаһы булмаған саҡтары ла йышайҙы тип хәтерләй хеҙмәттәштәре. Ахырҙа киң билдәле артисты яңынан театрға эшкә алалар. Тик Раднэр Моратов унда бер спектаклдә лә ҡатнашмай, бары эш хаҡы ғына алып йөрөй. Театр етәкселеге шулай ярҙам итергә тырыша.
Бер тапҡыр Раднэр Зиннәт улы “Юморина” тапшырыуында ҡатнаша. Сәхнәгә сығып һөйләй башлай ҙа туҡтап ҡала. Һүҙҙәрен онотҡан икән... Күпме генә тырышмаһын, барыбер иҫенә төшөрә алмай. Ахыры, ҡыҙарып сығып китә. “Етте, башҡаса сәхнәгә сыҡмайым!” – тип ҡарар итә шунда. Уның ниндәй сиргә һабышыуын әле берәү ҙә аңлап етмәй.
Бер тапҡыр инсульт кисергәс, Альцгеймер ауырыуы көсәйә башлай. Раднэр хатта дуҫ-иштәрен, коллегаларын танымай. Әгәр кемдер килеп иҫәнләшһә, бары йылмайып ҡына ҡуя. “Мин тиҙҙән үлермен инде”, — тип йыш ҡабатлар булған ул.
...Актерҙың улы Леонид әй­теүенсә, атаһы үлеренән ике ай алда ҡайҙалыр сыға ла юғала. Уны урамда табып алалар. Насар кейенгән, ябыҡ ҡына ирҙе милиция хеҙмәткәрҙәре асарбаҡ тип уйлай. Етмәһә, ҡарт ҡайҙа йәшә­үен, исем-шәрифен дә әйтә алмай. Тәртип һаҡсылары, был аҡылынан яҙған, тип һығымта яһай ҙа психиатрия дауаха­наһына оҙата. Бәхеткә күрә, дауаханалағы табиптар халыҡ яратҡан актерҙы танып ҡала, шунда уҡ туғандары, хеҙмәт­тәштәре менән бәйләнешкә инә. Төрлөсә дауалап ҡараһалар ҙа, Раднэр Моратовтың хәле яҡ­шырмай. Палатала ятҡанда йәнә инсульт кисерә. Дүрт көн буйы аңына килә алмай ята биргәс, баҡыйлыҡҡа күсә.
Дауахана моргынан уны тура зыяратҡа алып баралар. Хуш­лашҡанда халыҡ та аҙ була. Раднэр Зиннәт улының үлеме ха­ҡында күптәр белмәй ҙә ҡала... Хәйер, таланттарҙы иҫән сағында тейешенсә баһаламау – күптәнге бәлә. Үҙенең сағыу образдары менән миллионлаған тама­шасы­ның һөйөүен яулаған шәхестең ғүмере шулай аяныслы тамамланыр тип кем уйлаған?..


Вернуться назад