Таможня рөхсәт талап итә13.01.2016
Интернет-магазиндар һәм почта аша алынған кеҫә телефондарының, планшет компьютерҙарҙың, ноутбуктарҙың Евразия иҡтисади союзы талаптарына ярашлы рөхсәт ҡағыҙы булырға тейеш.

Башҡортостан таможняһы хәбәр итеүенсә, шифрлы (криптографик) сараларҙы үҙ эсенә алған тауарҙарға ҡарата сикләүҙәр билдәләнде. Атап әйткәндә, улар Евразия иҡтисади комиссияһының рәсми сайтындағы берҙәм реестрҙа теркәлгән осраҡта ғына илебеҙгә индерелә йәки унан сығарыла ала. Тауарҙы ҡабул иткәндә аңлашылмаусанлыҡ тыумаһын тиһәгеҙ, документтарҙа уның сауҙа, коммерция йәки башҡа традицион атамаһын, тауар билдәһе, маркаһы, моделе, артикулы, етештереүсе фирмаһы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе аныҡ күрһәтергә кәрәк.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА
әҙерләне.



Вернуться назад