Эшҡыуарҙар өсөн… шпаргалка13.01.2016
Башҡортостандың Финанс министрлығы үҙенең сайтында эшҡыуарҙар өсөн 2016 йылға “календарь-шпаргалка” баҫтырып сығарҙы. Унда ил, республика ҡануниәттәренә ярашлы предприятиелар, ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар һәм физик берәмектәр өсөн һалым һәм йыйым түләү сроктары күрһәтелгән.
Мәҫәлән, быйыл 14 ғинуарға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары “Росприроднадзор”ҙың территориаль органына ҡалдыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе, уларҙы файҙаланыу, зарарһыҙландырыу һәм урынлаштырыу тураһында отчет бирергә тейеш. “Шпаргалка”лағы мәғлүмәттәр һалым түләүселәргә бюджет алдындағы йөкләмәләрен ваҡытында үтәүгә булышлыҡ итә.