“Көмөш”тә беҙҙең өлөш бар13.01.2016
Ошо көндәрҙә Лейк-Плэсидта (АҠШ) бобслей һәм скелетон буйынса донъя кубогының дүртенсе этабы тамамланды.

Рәсәйҙең йыйылма командаларында Башҡортостандан бобслейсы Ильвир Хужин һәм скелетонсы Рената Хужина сығыш яһағайны.
Этап йомғаҡтары буйынса Александр Касьянов, Ильвир Хужин, Алексей Пушкарев һәм Алексей Зайцев ултырған экипаж көмөш миҙал яуланы. “Алтын” Германиянан Максимилиан Арндтың командаһына эләкте. Рената Хужина иһә 20-се һөҙөмтәгә өлгәште.




Вернуться назад