Ялдан һуң биҙгәк тотмаймы?13.01.2016
Күптән түгел Башҡортостанда Гоа һәм Анголанан тропик биҙгәк йоҡтороуҙың өс осрағы теркәлде. Тимәк, туристарға сит илгә сыҡҡанға тиклем үк биҙгәккә ҡаршы препараттар ҡабул итергә кәрәк. Был сир таралған төбәктәрҙән ҡайтҡас, сәләмәтлегегеҙҙең насарайыуын тойһағыҙ, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Йыл һайын донъяла тропик биҙгәк менән ауырыуҙың 200 миллион осрағы теркәлә, шуның 600 мең самаһы үлем менән тамамлана. Сирләү осраҡтарының күбеһе ноябрь – ғинуар айҙарына тура килә.
Тропик биҙгәк (малярия) — серәкәйҙәр таратҡан сир. Уның инкубация осоро ете көндән өс йылға тиклем дауам итеүе ихтимал. Сир хәлһеҙләнеүҙән, баш ауыртыуҙан, өшөүҙән башлана. Һуңыраҡ тән температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелә. Сирҙе асыҡлау өсөн ҡанды микроскоп ярҙамында тикшерәләр.