БРИКС министрҙары килә13.01.2016
25-26 ғинуарҙа Өфөлә БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының тәүге осрашыуы көтөлә.

Сараның темаһы — заманса эш урындары булдырыу һәм мәшғүллек кимәлен күтәреү. Ведомство етәкселәре предприятиеларҙы һәм иҡтисад секторҙарын яңыртыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, һөнәри белемдең һәм кадрҙар әҙерләүҙең сифатын яҡшыртыу, стандарттар булдырыу, эшсе көсөн әүҙемләштереү, мәшғүллек хеҙмәттәрен үҫтереү, хеҙмәткәрҙәрҙең һәм эшһеҙҙәрҙең хоҡуғын яҡлау кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ. Сара барышында хеҙмәткәрҙәр менән эш биреүселәрҙең берлектәге ултырышын үткәреү ҙә күҙаллана. Унда бизнес менән профсоюздарҙың үҙ-ара файҙалы бәйләнеше тикшереләсәк.
Ике көнлөк осрашыу йомғаҡтары буйынса БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙары декларацияһына ҡул ҡуйыласаҡ. Унда интеграциялы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу, сифатлы мәшғүллек, халыҡтың килемен арттырыу, социаль көсөргәнешлекте кәметеү һәм иҡтисади үҫеште тиҙләтеү мәсьәләләре сағылыш табырға тейеш.


Вернуться назад