Булмағанды булдырырҙай13.01.2016
Булмағанды булдырырҙай Шаулы ҡалаларҙа ла, ауыл ерендә лә йыш ҡына һоҡланғыс ҡатындар осрай. Яҡшы тәрбиә алғанлығы, белемле, мәҙәниәтле булыуҙары менән әйләнә-тирәләге һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә улар. Тормош ауырлыҡтары алдында баҙап ҡалмайҙар. Иҫ китмәле уңғандар. Булмағанды булдырырҙай булдыҡлылар. Тап шундай гүзәл заттарҙың береһе Көйөргәҙе тарафтарында көн итә.

Әлшәй районының Раевка ҡаса­баһында ғүмер буйы колхозда тир түккән Миңлекамал Ғайса ҡыҙы менән Шәйсолтан Малик улы Камаловтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән Рәсимә Бабченко – тап шундайҙарҙан. Ифрат һөйкөмлө, үтә ипле, бик нәзәкәтле был ханымдың мөләйем ҡараштарынан ғына түгел, ә бар булмышынан, гүйә, ниндәйҙер йылы нур бөркөлә. Тәү ҡарашҡа уны йөрәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ сабырлыҡ менән тулы, иғтибарлы һәм хәстәрлекле балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе йә иһә уҡытыусы тип ҡабул итеп була.
Баҡтиһәң, был осраҡлы түгел икән: һөнәре буйынса Рәсимә – юғары белемле педагог. Әммә мәктәптә балаларға бер йыл ғына белем биргән ул. Артабан яҙмышы уны башҡа юлдан алып киткән.
Булмағанды булдырырҙай– Юғары белемле, дипломлы белгес булып тыуған яғыма ҡайтыуыма күп тә үтмәне, атайым донъя ҡуйҙы, әсәйем ҡаты ауырып китте, – тип хәтерләй ул. – Илдә именлек ҡаҡшай башлаған осор. Башлыҡ ҡулдарын болғай-болғай “үҙгәртеп ҡороу” зарурлығы хаҡында сурыта, ауылда эш юҡ. Әсәйемде ҡалдырып ҡалаға юлланып сыға алманым. Артабан нисек йәшәргә, тип аптырабыраҡ йөрөгән сағым. Бер көн урам буйлап китеп барғанда һатыусылар әҙерләү курсы хаҡында иғлан күреп ҡалдым. Бәләкәй саҡта туңдырма яратыуым, үҫкәс, ошо телеңде йоторлоҡ тәмле ризыҡ менән сауҙа итеүсе булып эшләргә хыялланыуым иҫемә төштө. Курсҡа яҙылырға тәүәккәлләнем. Алсаҡ ҡаршыланылар. Сауҙа серҙәренә өйрәттеләр.
Һәләтле, теремек, тилбер, тырыш ҡыҙ ни бары өс ай эсендә яңы һөнәргә эйә була. Райондың дөйөм туҡланыу йәмғиәтендә тауар белгесе, сауҙа бүлеге мөдире, ашхана директоры булып эшләй. Эшен еренә еткереп башҡарыуы, вазифаһына яуаплы ҡарауы, ихласлығы арҡаһында һәр урында ихтирам, абруй яулай.
Үҙ ғаиләһен ҡорғас, Рәсимә Шәйсолтан ҡыҙы Көйөргәҙе районына күсеп, шунда төпләнә. Әлшәйҙәге кеүек үк хеҙмәт баҫҡыстары үтә: урындағы дөйөм туҡланыу йәмғиәте директоры булып эшләй, артабан район ҡулланыусылар йәмғиәте идараһы рәйесенең сауҙа мәсьәләләре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Бынан ун дүрт йыл элек иһә уға әлеге ҡатмарлы һәм яуаплы вазифаны ышанып тапшыралар.
– Уның эшлеклелеге, ойоштороу оҫталығы иң ауыр йылдарҙа урындағы ҡулланыусылар кооперацияһы сис­темаһын һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ итте, – ти район етәкселәре. – Бөгөн “Көйөргәҙе” ҡулланыусылар йәмғиәте – ҡатмарлы баҙар шарттарында уңышлы эшләп, һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшкән, туҡтауһыҙ үҫеш юлында булған үҙаллы предприятие.
Булмағанды булдырырҙайКүрһәткестәр тигәндән, “Көйөргәҙе” ҡулланыусылар йәмғиәте был тәңгәлдә республикала иң алдынғыларҙың береһе булараҡ танылған. Яҡшы ҡатын – ҡаҙна, тиҙәр. Ата-бабаларыбыҙ ошо әйтем менән ҡатын-ҡыҙҙың үҙ ғаиләһендәге баһаһын билдәләгән. Йәғни уңған ҡатын – именлек, муллыҡ нигеҙе. Рәсимә Бабченко – тап шундайҙарҙан. Район тормошонда етди урын биләгән берекмәнең, унда эшләгән ике йөҙҙән ашыу кешенең, уларҙың ғаиләләренең именлеген, муллығын тәьмин итеүҙе ойоштороусы ла.
Ә “Көйөргәҙе” ҡулланыусылар йәмғиәте бөгөн тотош районды хеҙмәтләндереүсе, яҡташтарының көнитмешен һәр яҡлап яйлыраҡ, көйлөрәк итергә тырышыусы үҙе бер бәләкәй дәүләт кеүек. Нимә генә етештерелмәй бында! Халыҡҡа ниндәй генә хеҙмәт төрө күрһәтелмәй!
– Икмәк һәм кондитер ризыҡтары бешерәбеҙ, колбаса һәм балыҡ эшкәртеү, тегеү цехтарыбыҙ бар, һуңғы йылдарҙа тәҙрә-ишек эшләй башланыҡ, – ти етәксе.
Әйткәндәй, Көйөргәҙе икмәген, бигерәк тә “Ермолай” тигәнен, урындағы халыҡ айырыуса ярата. Сере ябай: бында уны боронғоса, йәғни ҡомалаҡ әсеткеһен ҡулланып, ҡулдан баҫып, әүәләп бешерәләр. Ондан әҙерләнгән тәмле-татлыға килгәндә, муйыл, балан бәлештәре күҙ асып йомғансы һатылып бөтә. Ҡомалаҡ, муйыл, балан һәм башҡа емеш-еләк иһә ҡулланыусылар йәм­ғиәтендә, тиҫтәләрсә йылдар файҙа­ланылған тәжрибә буйынса халыҡтан һатып алына. “Көйөргәҙе”нең ауылса һалмаһы ла, автомат башҡарған эште кешеләрҙең бик үҙһенмәүен иҫәпкә алып, фәҡәт ҡулдан баҫылып ҡырҡыла.
Ит эшкәртеү цехында ауыл халҡынан һатып алынған һуғым итенән колбаса аҙыҡтары етештерәләр. Бында иң шәп ризыҡ – ҡаҙылыҡ. Хәйер, “Көйөргәҙе” сауҙаға сығарған колбаса, сарделька, сосиска һәм башҡа ашамлыҡтар ҙа кибет кәштәләрендә оҙаҡ ятмай.
Ҡулланыусылар йәмғиәтенең балыҡ цехында ла эш ҡайнап тора.
Бында тоҙланған һәм ыҫланған балыҡ та – көйөргәҙеләрҙең яратҡан тәғәме.
– Район үҙәгендәге ике мәктәпте аҙыҡ-түлек менән башлыса беҙ тәьмин итәбеҙ, – ти Рәсимә Шәйсолтан ҡыҙы.
“Көйөргәҙе” ҡулланыусылар йәмғиә­тенең тегеү цехы ла бар. Күберәге түшәк кәрәк-ярағы, ситсанан ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге, башҡа кейем-һалым тегәләр.
Бер нисә йыл элек, серҙәрен үҙләштереп, айырым цех асып, заманса тәҙрәләр ҙә яһай башлағандар.
Шулай итеп, Көйөргәҙелә көн итеүсе гүзәл замандашыбыҙ Рәсимә Бабчен­коның тырышлығы һәм маҡсатҡа ынты­лышлылығы, ҡул аҫтындағы ике йөҙҙән ашыу кешенең көндәлек хеҙмәтен оҫта ойоштороу ҡеүәһенә эйә булыуы, ифрат булдыҡлылығы һөҙөмтәһендә тотош район ҡулланыусылар йәмғиәте тотороҡло үҫешкә өлгәшкән. Ә етәксе, тәбиғи, “Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Ҡағиҙә булараҡ, ауыл-ҡалаларҙа тотороҡло эшләп килгән предприятиелар хәйриә эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. Был йәһәттән “Көйөргәҙе” ҡулланыусылар йәмғиәте лә башҡаларҙан ҡалышмай – район кимәлендәге бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, айырым осраҡтарҙа бағыусылар рәтендә сығыш яһай. Мәҫәлән, предприятие Ермолаевка ҡасабаһындағы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүселәргә даими ярҙам күрһәтә.



Вернуться назад