Һәр һүҙенә ҡолаҡ һалдылар13.01.2016
Һәр һүҙенә ҡолаҡ һалдылар Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районындағы Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының эш тәжрибәһе күптәргә өлгө итеп ҡуйыла. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкселегендәге хужалыҡтың уңыш-ҡаҙаныштары һоҡланырлыҡ, ул хеҙмәт ярышында яңынан-яңы еңеүҙәр яулай.

Кооперативтың сираттағы уңышы тураһында уҡығанда, уйламағанда Әғзәм Сәлиховты иҫкә төшөрәм һәм был тиккә түгел. Хужалыҡтың хәҙерге ҡаҙа­ныштарына нигеҙ тап ул эшләгән йылдарҙа һалынды. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: Әғзәм Ғәл­ләм улы үҙенән һуң хужалыҡты кемгә тапшырыу мәсьәләһен төптән уйлап, бер нисә йыл алдан хәл итте. Баш инженер булып эшләгән Ғ.Б. Сәлимовты үҙенең урынбаҫары итте, етәкселек алымдарына өйрәтте, үҙенә ҡарата ышаныс уятты. Әлбиттә, колхозда ла, районда ла буласаҡ рәйескә икеләнеп ҡараусылар булды, ләкин Әғзәм Ғәлләм улы ныҡ торҙо һәм һүҙен һүҙ итте. Хәҙер иһә арҙаҡлы ир-уҙамандың ни тиклем хаҡлы булғанына инанаһың.
Яңыраҡ Ә.Ғ. Сәлихов үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Ғүмеренең был данлы артылышын ул бай тормош тәжрибәһе туплаған абруйлы аҡһаҡал була­раҡ ҡаршыланы. Үткән тормош юлына әйләнеп ҡарап, юбиляр хаҡлы рәүештә ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә: үҙенән һуң иҡти­сады ныҡлы хужалыҡ ҡалдырҙы, ул әле лә алдынғылар рәтендә. Ғаиләһенән уңды: хәләле Зө­бәйрә Дәүләтҡол ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисерә, ике ҡыҙы менән улдары матур тормош көтә, ун ейән-ейәнсәренә шатланып бөтә алмайҙар; урындағы ветерандар советы һәм район башҡорттары ҡорол­тайының башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша.
Ә тормош юлының башында – ҙур (алты бала), берҙәм ғаиләлә алынған әҙәп-тәртип тәрбиәһе, эшһөйәр булып үҫеү, намыҫлы хеҙмәткә өйрәнеү. “Беҙ Түбәнге Таулыҡайҙа бәләкәй генә өйҙә йәшәнек, – тип хәтерләй вете­ран. – Быҙау, бәрәс ояһы өҫтөн­дәге һәндерәлә йоҡлай инек ағай­ҙар менән. Унда йылы, һаҫыҡ еҫкә лә түҙәһең инде”. Әғзәм, кинйә малай булһа ла, иркәләнеп кенә ултырмай, туғандарына эйәреп бәлә­кәйҙән ҡул араһына инә, ете-һигеҙ йәшендә үк ат менән күбә тарттыра.
Эшһөйәр, зирәк малай уҡыуға ла шәп була. Тәүҙә – Үрге Тау­лыҡай ете йыллыҡ, һуңынан Беренсе Этҡол урта мәктәбен уңышлы тамамлай. Ике мәк­тәптә лә үҙ класының алмаштыр­ғыһыҙ старостаһы була. Тимәк, уға ли­дерлыҡ сифаты, ойоштороу һә­ләте бала саҡтан уҡ хас булған, ә хеҙмәт юлы башланғас, нығы­раҡ үҫеш алған. Мәктәп йылдарынан тағы бер яҡты иҫтәлек ҡалған: 1958 йылда Әғзәм һәйбәт уҡығаны, каникул мәлендә туған колхозына әүҙем ярҙам иткәне өсөн республика слетында ҡатнаша.
Мәктәпте тамамлағас та тырыш егеткә бригада хисапсыһы бурысын ышанып тапшыралар. Яратып өлгөргән эшен әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас та дауам итә. Тиҙҙән тағы ла яуаплыраҡ ферма мөдире вазифаһын йөк­мәтәләр. Был мәлдә уға 22 генә йәш була. Шуға ҡарамаҫтан, етәксе бурыстарын уңышлы атҡара. Бер аҙҙан уны колхоз бухгал­терияһына күсерәләр. Аҙаҡ бер йыллыҡ бухгалтерҙар курсына ебәрелә, уҡып ҡайтҡас, эшен иҡтисад бүлегендә дауам итә. Артабан ул Таулыҡай комплекслы бригадаһын етәкләй.
Әғзәм Ғәлләм улының хеҙмәт юлында айырата мөһим боролош 1979 йылға тура килә — ул прораб итеп тәғәйенләнә. Был ҙур ышанысты ул тулыһынса аҡлай: үтә яуаплы вазифаны ун алты йыл буйына үтәй, район кимә­лендә абруйлы белгескә әйләнә, хеҙмәт ярышында гел алдынғы була. 1993 йылда район хужа­лыҡтары прорабтары араһында тәүге булып “Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡ­таулы исемде ала. Уның етәк­селегендә хужалыҡтың бөтә етештереү-техник базаһы яңыр­тыла.
Ҙур төҙөлөш күп хәстәрлек талап итә. Ағас әҙерләү менән даими шөғөл­ләнәләр. Йыл һайын 25 гектарға тиклем делянка алына (беҙҙең райондан ғына түгел, Бөрйәндән дә, Йылайырҙан да). Ике пилорама тулы ҡеүәтендә эшләй. Ялланып эшләүселәрҙән баш тартып, төҙөлөшкә колхоз­сыларҙы ғына йәлеп итәләр. Ваҡыты менән төҙөлөш тарма­ғында йөҙгә яҡын кеше эшләне.
2001 йылда колхоз үҙ көсөнә Таулыҡай ауылында өсөнсө мәсетте төҙөнө. Ауыр заманда шуның ҡайғы­һымы ни, тип уйлау­сылар булды, әммә Ә. Сәлихов һис икеләнмәне: “Хужалыҡ ауылдарының бөтәһе лә төҙөк, матур, мәсеттәр иһә тағы ла күркәмлек бирә. Иң мөһиме – улар ауыл халҡының рухи үҫе­шенә булышлыҡ итә, иман нурын тарата. Хәҙер беҙҙә эскелек кәмей, тәртип нығына бара. Ҡыҫҡаһы, беҙ халыҡ тураһында хәстәрлек күрәбеҙ, уның киләсәген хәстәрләйбеҙ”.
90-сы йылдар башында прораб эшен колхоз рәйесе урынбаҫары бурысы менән бергә алып барған Ә.Ғ. Сәлиховҡа хужалыҡ етәксеһе вазифаһын тәҡдим итәләр. Ләкин ул, юғары белемлеләр эш­лә­һен, тип һәр саҡ баш тарта. Шул уҡ ваҡытта “демократтар’’ арҡаһында колхозда тәртип ҡаҡшай, ул бөлөүгә, тарҡалыуға табан бара. Бына ошо хәлдә, 1995 йылдың ию­нендә Әғзәм Ғәлләм улы рәйес булып китә лә инде.
Яңы етәксе хужалыҡты тар­ҡатмау, һаҡлап алып ҡалыу өсөн бар көсөн, һәләтен һала. Бигерәк тә 2000 йылға тиклем ауыр була, күп ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килә. Әммә колхозсылар үҙҙәре­нең тәжрибәле, аҡыллы етәксеһе арҡаһында бар һынауҙарға ҡар­шы тора, еңеп сыға. Иң төп шарт – колхозсыларға эш хаҡын ваҡытында түләп барыу, тип иҫәпләй рәйес. Шунһыҙ талаптар ҡуйып, хеҙмәт тәртибен нығытып булмай. Колхоздың матди-техник базаһы һаҡлап ҡалына, үҫем­лекселек тармағына айырата иғтибар бирелә, уның нигеҙендә малсылыҡ та үҫә. Иген менән һөткә генә ҡарап тормайҙар, төҙөлөш тә бара, сусҡа, һарыҡ, йылҡы ла үрсетелә, йөн тетеү, быйма баҫыу, сана эшләү көй­ләнә, тирмән дә файҙа килтерә.
Хужалыҡ етәксеһе бурысын үтәү үтә лә ҡатмарлы, шуға күрә күптәр пенсия йәшенә еткәнсе эш­ләй ҙә алмай. Һәр хәлдә, Ә.Ғ. Сәлихов – үҙ колхозында пенсионер дәрәжәһенә еткән тәүге рәйес. Оҫта, аҡыллы етәксе булараҡ, ҙур абруй-хөрмәт ҡа­ҙанды ул.
– Бер ҡасан да карьера артынан ҡыуманым, дан-шөһрәткә ынтылманым, эш һайлап йөрө­мәнем. Ҡайҙа ебәрһәләр, шунда барҙым, – тип һөйләй юбиляр. – Намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәргә тырыштым, бар хәлемсә халыҡҡа тоғро хеҙмәт иттем. Шуға ла миңә ышандылар, һәр һүҙгә ҡолаҡ һалдылар, башланғыс­тарымды хупланылар, һәр саҡ ярҙам иттеләр.
...Үҙ тормошонда Әғзәм Ғәл­ләм улы Сәлихов матур эҙ ҡалдырған: төҙөүсе булараҡ – күп һанлы ҡоролмалар, төҙөк ауылдар, етәксе булараҡ – киң тармаҡлы, ныҡ хужалыҡ һәм, иң мөһиме, ҙур йөрәкле шәхес булараҡ, кешеләр күңелендә рәхмәт һәм хөрмәт тойғолары.






Вернуться назад