Ер күпме тора?12.01.2016
Ер күпме тора? Ер биләмәләрен милеккә һатып алыу мәсьәләһе күптәрҙе борсой. Ошо нескәлектәргә бәйле ҡайһы бер осраҡтарға асыҡлыҡ индереп үтәйек.

-Торлаҡ төҙөүгә ер һатып алыу күпмегә төшөр икән?

БР Хөкүмәтенең 2014 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән һәм 2015 йылдың 10 ғинуарында ғәмәлгә ингән “Башҡортостан Республикаһы милкендәге ер участкаһының, дәүләт милке сикләнмәгән ер участкалары һәм ул ерҙә урынлашҡан биналар, төҙөлөш һәм ҡоролмаларҙың хужаларына ерҙе һатҡан саҡта хаҡын билдәләү һәм түләү тураһында”ғы 629-сы ҡарарына ярашлы, ерҙе һатҡанда, ғариза биргән ваҡыттағы ерҙең кадастр хаҡының өс проценты түбәндәге осраҡта билдәләнә:
а) шәхси йорт төҙөлөшө, гараж кооперативы составында торған гараж (айырым торған гараж һәм гараж бокстары) хужаларына ерҙе һатҡанда;
б) шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн бирелгән тораҡ пункттарҙа урынлашҡан ерҙәрҙә шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекты хужаһы булған граждандарға һатҡан саҡта.

-Магазин урынлашҡан ерҙе һатып алырға мөмкинме?

Эйе, мөмкин. Бина, төҙөлөш, ҡоролма (баҡса йорто, магазин, етештереү базаһы һәм башҡалар) хужаларына ерҙе түбәндәге шарттар буйынса һатып алыу рөхсәт ителә:
2016 йылдың 1 ғинуарынан 2016 йылдың 1 июленә тиклем — ғариза биргән ваҡыттағы ерҙең кадастр хаҡының 75 проценты күләмендә;
2016 йылдың 1 июленән — ғариза биргән ваҡытта ерҙең кадастр хаҡы буйынса, әгәр федераль ҡануниәттә башҡа шарттар ҡаралмаһа.

-Төҙөлөп бөтмәгән бина урынлашҡан ерҙе һатып алырға буламы?
Юҡ, сөнки Рәсәйҙең Ер кодексы файҙаланыуға тапшырылған һәм күсемһеҙ милек урынлашҡан ер участкаһын биреүҙе генә күҙ уңында тота. Ерҙе милеккә тапшырыу өсөн унда күсемһеҙ милектең урынлашҡан булыуы ғына етмәй, шулай уҡ ер һәм ҡала төҙөлөшө ҡануниәте талаптарына ярашлы, был объектты файҙаланыу өсөн ер майҙаны кәрәклеген билдәләү мөһим.


Вернуться назад