Кеше хазина тапһа, уны дәүләткә тапшырырға тейешме? Бының өсөн уға күпме түләнә? Юғиһә “ерҙәге бар байлыҡ — дәүләттеке” тип тартып алалар, тиҙәр. Кемдер, 25 процентын ғына бирәләр, ти. Улай булғас, алтын йәки башҡа төрлө хазинаны тапшырыуҙан ябай халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙа юҡмы ни?И. ХӘСӘНОВ. Нефтекама ҡалаһы. — Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексының 233-сө статьяһына ярашлы, ергә күмелгән йәки башҡаса йәшерелгән аҡса, ҡиммәтле әйберҙәр хазина тип атала. Ул кемдең ер бүлемендә табылған, шуныҡы тип иҫәпләнә. Әгәр кемдер икенсе граждандың ерендә ҡиммәтле әйбер тапһа, улар килешеү төҙөп, уны бүлешеп алыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта сит кешенең биләмәһендә хазина тапҡан кеше уны эйәһенә мотлаҡ бирергә тейеш икәнлеген онотмағыҙ.
Шулай итеп, әгәр участкағыҙҙа ер ҡаҙып йөрөп, ҡиммәтле әйбер табып алһағыҙ, уның 25 проценты ғына түгел, ә барыһы ла һеҙҙеке була. Әммә табылған хазина тарихи йәки мәҙәни ҡомартҡыларға инһә, ул мотлаҡ дәүләткә тапшырылырға тейеш. Был осраҡта ҡомартҡыны тапҡан кешегә йәки ер майҙаны хужаһына уның 50 проценты түләнә. Маҡсатлы рәүештә хазина табыу өсөн йәлеп ителгән эшселәргә был ҡағылмай. Ҡомартҡыларҙың хаҡын музей хеҙмәткәрҙәре билдәләй.
Хазина табыу теләге менән тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларға зыян килтергәндәр РФ Енәйәт кодексының 243-сө статьяһы буйынса хөкөм ителә.
Хазинаны тапҡан кеше уны үҙенә ҡалдырһа, ул һалым түләргә бурыслы. Әгәр инде ҡиммәтле әйберҙәрҙе дәүләткә тапшырһа, аҡсалата дәртләндерелә һәм унан һалым алынмай.